Все новости
Ауыл хужалығы
3 Февраля 2023, 14:58

Төклө тояғығыҙ менән, малҡайҙар!

Яңы Мораптал фермаһына яңы һыйырҙар тояҡ баҫты.

Төклө тояғығыҙ менән, малҡайҙар!
Төклө тояғығыҙ менән, малҡайҙар!

Үтә ғорур нәҫел, европалылар, Чехияның үҙенән килгәндәр. Симменталь тип атайҙар уларҙы, һөттө бирһә бирә лә ҡуя, күнәгеңде ҡуйып ҡына өлгөр.
Бөгөн 64 башты алып килделәр, торараҡ тағын киләләр әле, һәммәһе 160 һыйыр Мораптал төйәген үҙ итергә йыйына. Бөгөн, олуғ заттарҙы күрергә тип, бөтәһе лә йүгерҙе, әҙәмсә итеп ҡаршы алырға кәрәк - сит илдеке бит улар, бында ла арыу кешеләр йәшәй икән тиһендәр.
Был һыйырҙар Ҡуңыр буға кеүек, тыуған илдәрен һағынып, зар-интизар булмаҫ тип ышанабыҙ, төклө тояғығыҙ менән, малҡайҙар!
Был турала тулыраҡ - киләһе һанда.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: