Тиҙҙән ауыл хужалығы тармағы өсөн йылдың иң мөһим осоро башлана. Йола буйынса, сәсеү алдынан район эшсәндәре - ялан батырҙары - кәңәшмәгә йыйыла. Быйыл да йола боҙолманы - "Йәшлек" мәҙәниәт һарайында агроконференция үтте.
Юлай Ильясов, район хакимиәте башлығы, сараны асып, күңелен тырнап торған менән бүлеште:
- Тормош нисек бара, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, яуҙағы егеттәргә ярҙам кәрәк. Ашау яғы унда насар түгел, башҡа йәһәттән ярҙам талап ителә. Бергәләшеп был эште башҡармаһаҡ... Тепловизор ғына, мәҫәлән, 100 мең һум тора. Апрель аҙағында гумконвой йәнә барасаҡ, шуңарсы, кем нисек булдыра ала, шулай ярҙам ҡулы һуҙһағыҙ ине.
Башҡа белгестәр сығыш яһаны. Шул иҫәптән, ГИБДД.
- Доклад бөттө, һорауҙар бармы?
- Бар, - Яманһары ауылы фермеры үрә баҫты, - былтыр минең баҫыу ерен аттар тапаны, низағ мәлендә аттарҙы ҡараусының машинаһын сыйҙым. ГАИ килде, мин үҙемдең теге кешегә килтергән зыян өсөн аҡсаһын түләнем, ә минең тапалған иген өсөн бер ни булманы. Аттарҙың хужаһы кем икәнен беләләр ҙә, ҡул һелтәй ҙә ҡуялар.
Материал - киләһе һанда.