Все новости
Ауыл хужалығы
19 Июня 2023, 10:31

“Эшемде бик яратам”

Юнир Таймасовты көйөргәҙеләр яҡшы белә.

“Эшемде бик яратам”
“Эшемде бик яратам”

- Ейәнсура районы һабантуйында минең эшемде билдәләп, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән миҙал таҡтылар. Минең хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн шатмын. Эшемде бик яратам. “А7 Агро РБ” предприятиеһы Ейәнсура районында урынлашҡан. Ҙур бүлексә, эш күп. 122 кешене етәкләйем. 12500 гектар ерҙе эш итәбеҙ. 1600 баштан ашыу малсылыҡ комплексының 688-е һауыла. Һәр һыйыр көн һайын 30 литрҙан ашыу һөт биреп тора. Йыл һайын яңы техника алабыҙ. Актив тормош алып барып бар яҡтан да өлгөрөргә тырышабыҙ. Киләсәктә артабан да үҫешергә тигән пландар ҡорабыҙ”, - тип ҡыуанысы менән бүлеште “БР А7 Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең “Ейәнсура” айырым бүлексәһе етәксеһе Юнир Таймасов.

Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә баҫылды.

Автор:
Читайте нас: