Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
25 Июль , 13:24

“Баҫыу көнө – 2025” гөрләп бара

Республика сараһында беҙҙекеләр ҙә ҡатнаша

“Баҫыу көнө – 2025” гөрләп бара
“Баҫыу көнө – 2025” гөрләп бара

24-26 июлдә “Баҫыу көнө-2025“ төбәк семинары бара. Өфө эргәһендәге майҙансыҡта үткән сарала урып йыйыу эштәре тактикаһы һәм стратегиялары тураһында һөйләшәләр, һәр кем ауыл хужалығы техникаһын ҡарай, водитель йәки оператор кабинаһында ултыра ала. Форум ҡунаҡтары “Трактор-шоу” тип аталған тракторҙарҙағы ярыштарҙы күҙәтеү мөмкинлегенә лә эйә булды. Трактор менән идара итеүҙең профессиональ оҫталығы буйынса конкурсында беҙҙән Ҡәҙерғолов Таһир Вәхит улы ҡатнашты. 21 йыл эш стажы булған Киров хужалығының алдынғы механизаторына, афарин, тибеҙ.

Автор:
Читайте нас: