

Районыбыҙ ауылдары ҡулынан килгәнсе йәмләнергә тырыша. Яңы Юлдар мәҫәлән, “Мин яратам Яңы Юлды” тигән яҙыу урынлаштырып ауылын йәмләне, Айыҡ ауылда еңеүселәр ҙә ауылдарына төрлө арт-объекттар ҡуйҙы. Ҡайһы бер ауылдарҙың ихата алдарын ауыл халҡы үҙ ҡулдары менән эшләгән һындар йәмләй.
Районыбыҙ үҙәге Ермолаевола ла бына ошондай матур объект барлыҡҡа килде. Ул бассейн янында урынлашҡан. Киләсәк быуынды спортҡа әйҙәп, футболға һөйөү тәрбиәләп тороусы был йәмле күренеш ауылда йәшәүселәрҙе, шулай уҡ ҡунаҡтарыбыҙҙы ҡыуандырып, үҙәгебеҙҙе йәмләп торор, тип ышанабыҙ.