Башҡорт дәүләт педагогия институтында (хәҙер БДУ) уҡыған саҡта яратҡан профессорыбыҙ, әҙибебеҙ, башҡорт теле ғилеме буйынса арҙаҡлы ғалимыбыҙ Жәлил Кейекбаев: «Элек 40 һаны халҡыбыҙҙа сик булған», - тип һөйләй торғайны.
Ысынлап та, боронғо ата-бабаларыбыҙ өсөн һандарҙың шунан артығы кәрәкмәгәндер ҙә, исеме лә булмағандыр. Ошо ҡыҙыҡ күренешкә бәйле башҡорт халыҡ ауыҙ тел-ижадында әллә күпме мәҡәл, әйтем, һынамыштар бар. Түбәндә шуларҙың ҡайһы берҙәрен килтереп китәм.
1. Тәүге ҡарҙан һуң 40 көн үткәс, ҡыш башлана.
2. Оло юлға сыҡҡан кеше 40 аҙым китмәйенсә, бер эш тә эшләмәҫкә.
3. Әүәле ҡатыны 40-ҡа етһә, икенсе ҡатын алғандар, ҡартайыуҙың сиге.
4. Урыҫтарҙа ла бар: «Старухе 40 лет, никакого толка нет».
5. Ҡырҡҡа етте, һаман аҡыл ултырмай.
6. 40 ямаулы күлдәк кейеп үҫтек.
7. Ҡылды ҡырҡҡа ярыр саҡ (Көҙ).
8. Ҡырҡмыш (Һаран).
9. Бер минут эсендә ҡырҡ төрлөгә әйләнә (Холоҡһоҙ).
10. Ҡырылмаһа ҡырҡ төрлө иҫкәрттек.
11. Ҡырҡыһы ҡырҡ ярыу (Төрлө яҡҡа таралған).
12. Ҡырҡһаң, ҡаны сыҡмаҫ (Һаран).
13. Мәйетте оҙатып 40 аҙым киткәс, мәрхүмдән һорау ала башлайҙар.
14. Мәйет сыҡҡас, өйҙә 40 көн ут янып торорға тейеш (Йәне өйҙән сыҡмаған әле).
15. Мәрхүмдең 40-ын уҡыталар.
16. Мәйет сыҡҡас та, 40 аҙым китмәйенсә, йыйыштырырға ярамай.
17. Яҡын кешең үлгәндә, йөрәккә 40 шырпы ҡаҙала, көн һайын берәмләп төшә бара, 40-сыһы һынып ҡала.
Халҡыбыҙ ошолай 40 һаны менән генә сикләнһә, хәҙерге һандарға иҫең китер. Уларҙың иге-сиге юҡ: йөҙ, мең, миллион, миллиард, триллион… Түрә-ҡараларҙың да нәфсеһенең сиге юҡ. Инде хәҙер миллионлап ҡына ла түгел, миллиардлап урлайҙар. Дөрөҫ, беҙ ҙә бер ваҡыт Чубайстар арҡаһында «миллионер» булыуын булып алғайныҡ ул. Ваучерҙар таратып ҡыланғандарын әйтәм дә.
Яңыраҡ «Йәшлек» гәзитендә уҡыным: Мәскәүҙәге бер әҙәм аҡтығы ҡыҙын (шул балаһы Рәсәйҙе «Раша» тип кенә ебәрә, Тыуған иле – уның өсөн иң насар ил, йәнәһе) сит илгә алып барып, уға 20 миллион һумға туй күлдәге алған. Бына ҡайҙа китә ул көн белмәй, төн белмәй эшләгән ябай халыҡтың аҡсаһы.
Беҙҙең һымаҡ халыҡ өсөн яңы тормош шарттарында һандарҙың яңы сиге барлыҡҡа килде: пенсияға 10 мең һумға ла еткермәй сығаралар. Хәҙер беҙҙең өсөн 40 түгел, 10 мең сик.