Ауыл халҡын ҡотларға тип район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, уның кадрҙар эше һәм социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитова килде. Бик күп тәбрикләү, ҡотлау һүҙҙәре, изге теләктәр әйтелгәндән һуң, Яңы Отрада халҡы ла берәм-берәм сығып үҙҙәренең хәтирәләре менән бүлешә башланы. Яңы Отраданың иң оло һәм иң кесе граждандарын, 4-шәр бала тәрбиәләүсе өс ғаиләне, 59 йыл бергә ғүмер иткән иң татыу Борис һәм Клавдия Арачковтар ғаиләһен ҡотлап, бүләктәр тапшырылды. Ҡотлау тантанаһынан һуң, урамда уҡ әҙерләнгән бай табындарҙа барлыҡ ҡунаҡтарҙы һыйланылар. Уйын-көлкө, йыр-бейеү, төрлө конкурстар менән байрам дауам итте.
Матур сараны үткәреү өсөн спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткәне өсөн район Советы депутаты, «Лесагротранс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Азамат Сөләймән улы Яҡшыбаевҡа барлыҡ ауыл халҡы исеменән оло рәхмәт белдерәм.