Юшатыр
-3 °С
Снег
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Ауылдар тарихы
16 Февраля 2018, 12:38
ЙОЛАЛАРЫБЫҘ ҺАМАН ҺАҠЛАНА
Зәк-Ишмәт ауылы ҡыҙҙары ҡул эштәренә бик оҫта, ә уны өмәләп, күмәкләп эшләһәң, бигерәк тә күңелле.
Зәк-Ишмәт ауылы ҡыҙҙары ҡул эштәренә бик оҫта, ә уны өмәләп, күмәкләп эшләһәң, бигерәк тә күңелле.
Өмәләп эшләү кеүек йола ауылда һаман һаҡланып килә: сигеүҙәр сигеү, бәйләмдәр бәйләү, йөн, мамыҡ иләтеү кеүектәре лә бар. Өмә булғас, йырҙар ҙа йырлайҙар:
Әйҙә, барайыҡ аулаҡ өйгә,
Ҡул эштәре эшләрбеҙ.
Шәлдәр бәйләп, сигеү сигеп,
Күңелле ял итербеҙ.
Үткән аҙнала Ғәҙилә Усманованың өйөндә мамыҡ иләү өмәһе, унан аулаҡҡа йыйылып ҡул эштәре эшләү өмәһе үтте. Апайҙарҙың ҡул эштәрен оҫта эшләүҙәренә, орсоҡтарының ҡулдарында етеҙ уйнап тороуына күҙ эйәрмәй. Эште бәләкәйҙән күреп үҫергә кәрәк, ти өлкәндәр, ә ейәнсәрҙәре орсоҡтағы иләнгән мамыҡтарҙы йомғаҡтарға урашты. Туйғансы һөйләшеп, көлөп, хәтирәләр уртаҡлашып, өмә көн буйына дауам итте. Эш аҙағына еткәс, оҫтабикәләр һый-хөрмәткә бай өҫтәл артында йыйылды, тәм-томдан ауыҙ итеп, сәй эсте.
Гөлдәр УСМАНОВА
Зәк-Ишмәт ауылы
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?