Юшатыр
-6 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Ауылдар тарихы
20 Февраля 2018, 11:54
ҺЕҘҺЕҘ БАЙРАМЫБЫҘ БАЙРАМ БУЛМАҪ ИНЕ
Ҡышты оҙатыу, йәғни Масленица байрамы Айсыуаҡта гөрләп үтте. Рәсәйҙә был матур байрамды яратмаған кеше юҡтыр ул. Ата-бабаларыбыҙҙың йолаһы булған сараны ололар ғына түгел, балалар ҙа көтөп ала.
Ҡышты оҙатыу, йәғни Масленица байрамы Айсыуаҡта гөрләп үтте. Рәсәйҙә был матур байрамды яратмаған кеше юҡтыр ул. Ата-бабаларыбыҙҙың йолаһы булған сараны ололар ғына түгел, балалар ҙа көтөп ала.
Айсыуаҡ мәҙәниәт йорто ауыл китапханаһы менән берлектә быйылғы Масленицаға ла ныҡ ҡына итеп әҙерләнеп, яҡшы кәйеф менән үткәреп ебәрҙе. Балалар төрлө шиғырҙар һөйләне, рус халыҡ уйындарын уйнаныҡ, йырҙар йырланыҡ. Байрам бик күңелле килеп сыҡты. Ҡоймаҡһыҙ байрам буламы ни? Килгән ҡунаҡтар рәхәтләнеп ҡоймаҡлап эҫе самауыр сәйе эсте. Ә иң ҡыҙығы, тиҙерәк яҙ килһен тип, ҡарасҡы яғыу йолаһын башҡарыу булды. Байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла, ҡоймаҡ тураһында матур йырлаусы Антон Лутченкоға ла рәхмәт әйтке килә! Һеҙһеҙ байрамыбыҙ байрам булмаҫ ине!
Екатерина НИҒМӘТОВА
Айсыуаҡ ауылы
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин