Все новости
Ауылдар тарихы
20 Февраля 2018, 11:58

ҺЕҘҘЕКЕЛӘР ҘӘ БАРҘЫР

Яҡын-тирәләге кирбес заводтары — Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Аллағыуатта үҙ кирбестәрен республикабыҙҙың башҡа төйәктәренә күп кенә итеп етештерә.

Яҡын-тирәләге кирбес заводтары — Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Аллағыуатта үҙ кирбестәрен республикабыҙҙың башҡа төйәктәренә күп кенә итеп етештерә. Заманында Пятки ҡасабаһында ла Күмертау һәм район төҙөлөштәрен тәьмин итеү өсөн кирбес заводы бар ине. Әле лә ҡайһы бер биналарҙың күренеп торған кирбестәрендә «ПКЗ» тигән келәймә һуғылғандары осрай.

Был фотола ХХ быуаттың 60-сы йылдарында Пятки кирбес заводында эшләгән бер төркөм эшселәр төшөрөлгән.

Уртала, икенсе рәттә һулдан өсөнсө ҡатын (ҡара юбка, аҡ кофта, аҡ яулыҡта) - Мәрйәм Миңлемырҙа ҡыҙы Рысаева.

Йәгеҙ әле, иғтибар менән ҡарайыҡ, бәлки, һеҙҙең дә туғандарығыҙ, таныштарығыҙ барҙыр был фотола?
Читайте нас: