Юшатыр
+6 °С
Ясно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Ауылдар тарихы
20 Февраля 2018, 11:51
ЯҢЫНАН ТЕРГЕҘЕЛДЕ
Беҙҙең Таймаҫ ауылында бик күп милләт вәкилдәре йәшәй. Шуға күрә мәҙәниәт йортонда үткәрелгән сараларҙа төрлө халыҡтың йырҙарын, бейеүҙәрен башҡарырға тырышабыҙ. Ошо көндәрҙә урыҫ халҡының «Ҡышты оҙатыу» - «Масленица» байрамын тергеҙеп ебәрҙек. Халыҡ әйтеүе буйынса, был байрам беҙҙә аҙаҡҡы тапҡыр 1988 йылда үткәрелгән.
Беҙҙең Таймаҫ ауылында бик күп милләт вәкилдәре йәшәй. Шуға күрә мәҙәниәт йортонда үткәрелгән сараларҙа төрлө халыҡтың йырҙарын, бейеүҙәрен башҡарырға тырышабыҙ. Ошо көндәрҙә урыҫ халҡының «Ҡышты оҙатыу» - «Масленица» байрамын тергеҙеп ебәрҙек. Халыҡ әйтеүе буйынса, был байрам беҙҙә аҙаҡҡы тапҡыр 1988 йылда үткәрелгән.
Байрам бик матур һәм күңелле үтте. «Шатлыҡ» балалар бейеү коллективы (етәксеһе Гөлкәй Вәлитова) башҡарыуындағы «Масленица», «Быймалар», «Сынаяҡтар һәм самауыр» бейеүҙәре, урыҫ ҡатын-ҡыҙҙары коллективы башҡарыуындағы дәртле йыр, таҡмаҡтар, арҡан тартышыу, мендәр менән һуғышыу һәм башҡа төрлө уйындар менән үрелеп барҙы. Шуныһы ҡыҙыҡ, гер күтәреү ярышында ир-егеттәрҙән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ҡалышманы. Мәҫәлән, гимназия директоры Гүзәл Усманова ун өс тапҡыр гер күтәреп, бар халыҡты хайран ҡалдырҙы. Ағас ат менән сабышыу бәйгеһендә иһә ейән-ейәнсәрҙәр менән өләсәйҙәрҙең дә йүгереүе байрамыбыҙҙы тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Байрамдың иң ҡыҙыҡ мәле Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу ултырып килгән өсәр ат егелгән ике сана булғандыр. Улар балаларҙы һәм дә ололарҙы ауыл буйлап йөрөтөп ҡыуандырҙы. Бындай аттарҙы ауыл халҡы күптән күргәне юҡ ине.
Шулай ҙа иң кульминацион мәл ул — матур-матур теләктәр теләп, ҡыш менән хушлашып, байрамдың символы - ҡарасҡыны яндырыу булды. Уның тирәләй бейешеп, йырлашып, янып бөткәс, ут аша һикерҙек. Өс сәғәткә яҡын бик күңелле байрам иттек, ҡоймаҡлап сәйҙәр эстек, бейенек.
Балаларға матур бейеүҙәр һалған, уйындар үткәреп, халыҡтың күңелен күтәргән Гөлкәй Вәлитоваға, кисәне гармун моңдары менән биҙәгән Фәрит Юлтаевҡа оло рәхмәт әйтке килә. Шулай уҡ ошо матур сараны үткәрергә ярҙам иткән өсөн Белик Ильяға, Поляев Сергейға, Дорофеев Евгенийға, сәй табынына тәм-томдар алып килгән барлыҡ ауылдаштарыма, артистарға, ҡунаҡтарға, ҙур рәхмәтемде белдерәм. Байрамға килгәндәрҙең дә һәр береһе үҙҙәренең рәхмәттәрен яуҙыра-яуҙыра, бик теләмәй генә таралышты матур саранан.
Альбина КИЛМӘТОВА,
Таймаҫ ауылы мәҙәниәт йорто директоры
Читайте нас: