Юшатыр Башархивҡа шылтыратты. Һеҙҙең район Ырымбур өйәҙенә ҡараған, унда бөтөн документтарҙы юҡ иткәндәр, тип ҡотто алдылар тәүҙә. Аҙаҡ, 1917 йылғыһын ташлағандар (Өфө өйҙәнеке һаҡланған), 1920 йылғыһы бар, тинеләр. Ревизский сказкалары һаҡланған икән шулай ҙа - 1816, 34, 59 йылғылары бар тинеләр. Элекке сайтта улар булды, әле ул сайт эшләмәй икән, әгәр аҡса бирһәләр, Көйөргәҙе районы буйынса ла мәғлүмәтте ҡуябыҙ тип өмөт тоҡандырҙылар. Көтәбеҙ. Халыҡ иҫәбен ала башлағансы, үҙебеҙҙең кем икәнде мотлаҡ белербеҙ.