Все новости
Ауылдар тарихы
13 Августа 2021, 14:52

Ауылдарыбыҙ киләсәге бармы?

Салауат Солтангәрәев, Таймаҫ ауылы:- Ысынлап та ауылдарҙа мал кәмей, был тик торғандан килеп сыҡҡан хәл түгел, ауыл кешеһенә бөгөн бөтөн яҡлап та йәшәүе, эшләүе ауыр. Бөтә нимәгә хаҡтар арта. Ауылдарҙа күбеһенсә оло йәштәгеләр ҡалды, йәштәр китеп бөттө. Ололар бер пенсияһын бесән эшләүгә еткерә алмай, үҙеңдең техникаң булһа, нисек тә тырышырға була, ә былай яғыулығын һатып ал, сапҡанына түлә, өйгәненә түлә, йортҡа алып килер өсөн түлә, шулай булғас, ҡайҙан аҡса етһен инде, өҫтәүенә малды ҡарауы ла ауыр оло кешегә. Мал тотоп аҡса ла эшләп булмай, һуйып һатам тиһәң, баҙар тулы ауылдан арзанға ит алып-һатарҙар. Беҙ ҙә былтырғы бесән эшләү сығымдарын һанап сығарҙыҡ та, көҙгә малды бөтөнләй бөтөрөргә тигән ҡарарға килдек. Бер баш малға бесән әҙерләү сығымы үҙен аҡламай...

Ауылдарыбыҙ киләсәге бармы?
Ауылдарыбыҙ киләсәге бармы?

Нурия Шәрипова, Бахмут ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы:
- Ауылдарҙа кеше кәмемәй тип әйтер инем, Яманһарынан быйыл ғына өс йәш, көслө, ауылда йәшәрлек ғаилә ҡалаға күсеп китте. Балалары үҫеп еткән, ни өсөн күсеп киткәндәрҙер, үҙҙәре генә белә. 

Районда быйыл, нисек тырышһаҡ та, мал кәмейәсәк - беҙҙең һәм уҡыусыларҙың фаразы. Был турала тулыраҡ бөгөн гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: