Все новости
Ауылдар тарихы
15 Августа 2022, 09:28

Изге ер йылыһы

Түкән ауылына Шәғәле Шаһмандың 6-сы быуыны Түкән Балтасов нигеҙ һала.  

Изге ер йылыһы
Изге ер йылыһы

Артҡа әйләнеп ҡараһаң – аптырап китерһең – ҡасан ғына боронғо Түкән ауылында ялан аяҡ йүгерешеп, ҡаҙ себештәре көтөп, һыуҙан сыға алмайынса һыу инеп, ҡурсаҡ уйнап ләззәтле бала саҡ илендә йәшәй инек. Күҙ асып йоморға ла өлгөрмәнек, уҡып сығып, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралышып, ҡоштар һымаҡ остоҡ та киттек һәм беҙҙең арттан ауылыбыҙ ҙа йәшәүҙән туҡтаны. Әллә яҙмыш, әллә яңылыш, быны бер Аллаһ ҡына белә, шундай матур урында урынлашҡан Түкән ауылын хәтерләткән ырыу ағасы – яңғыҙ тирәк кенә үткән юлсыларға сәләм биреп, ел дауылға бирешмәй, йәйен шау япраҡтарға күмелеп әле һаман да ултыра...

... “Айгөл” балалар баҡсаһында эшләүсе Зарема Ғабдуллина, политехник лицей-интернаттың өлкән ашнаҡсыһы Резеда Абдуллина, нәҫел ебе Мәсәғүтовтарға тоташҡан өлгөлө әсә Тәнзилә Юлдыбаева һәм данлы Ишмөхәмәтовтар нәҫеленән Лена күршебеҙҙең ҡыҙы Айгөл Мырҙағолова тик Аллаһтың ризалығына ирешеү өсөн бөтә мәшәҡәттәрен ҡалдырып, бар халыҡҡа иман нуры өләшеп, күңелдәрҙе ҡыуандырып, рухи аҙыҡ биргәндәре өсөн Аллаһ үҙҙәренә ике донъяның ниғмәттәрен, бәхет, бәрәкәт, иман менән тулы ғүмер бирһен инде! Артабан был байрамда ҡатнашыусыларҙан сабырлыҡта өлгө булған Түкән ауылының иң абруйлы апайҙарыбыҙҙың береһе Мәхмүзә апай сығыш яһаны...

...Олаталары мулла, өләсәләре, туғандары ҙур кешеләр, аталары һуғышта, эштә герой булған Мирхәким ағайҙың ҡыҙҙары Фәниә, Фәриҙә, Лена, Зилә, Ғәлиә төрлө хәтирәләр, иҫтәлектәр менән бүлештеләр. Ошо ауылдан булмаһа ла, Түкән ҡыҙҙары менән бергә уйнап-көлөп, уйындара ғына түгел, һәр саҡ бергә атлаған Зәйтүнәнең сығышы мауыҡтырғыс булды. 

Нурия ХӘЛИЛОВА.

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: