Все новости
Ауылдар тарихы
26 Января 2023, 12:19

«Бер ауылдың тарихы»

"Ашҡаҙар" радиоһында Мораптал, Илкәнәй, Мәмбәтҡол, Таймаҫ, Яҡшымбәт ауылдары тарихын ишет. 

«Бер ауылдың тарихы»
«Бер ауылдың тарихы»

Ҡәҙерле дуҫтар! 6 февралдән 10 февралгә тиклем республиканың «Ашҡаҙар» радиоһы эфирында Көйөргәҙе районының Мораптал, Илкәнәй, Мәмбәтҡол, Таймаҫ, Яҡшымбәт ауылдары тарихына арналған «Бер ауылдың тарихы» исемле тапшырыуҙар эфирға сыға. Ул БСТ телеканалы өсөн 2010 йылда әҙерләнгән программаларҙың аудиоварианты.
Көйөргәҙе районында «Ашҡаҙар» радиоһын Күмертауҙа 104,1 МГц йышлығында тота һәм интернет селтәрендә тыңларға мөмкин:
https://bash.news/ashkadar
Эфир ваҡыты: 09:15, 18:15
Шулай уҡ «Ашҡаҙар» радиоһының “Бәйләнештә” (“ВКонтакте”) социаль селтәрендәге “Ашҡаҙар - моңло радио” төркөмөндә «Бер ауылдың тарихы» тапшырыуҙарының телевизион вариантын ҡарай алаһығыҙ.
Беҙҙең төркөм: vk.com/radioashkadar
«Ашҡаҙар» радиоһының “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөнә яҙылығыҙ, Көйөргәҙе районы ауылдарының данлы үткәнен еткергән радиотапшырыуҙарҙы тыңлағыҙ, яҡташтарыбыҙҙың һәм ауылдаштарыбыҙҙың яҙмаларын һаҡлаған иҫтәлекле телетапшырыуҙарҙы ҡарағыҙ, дуҫтар

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: