Яҡшымбәткә 1730-1740 йылдар арауығында Ырымбур губернаһының Туҡ-Соран буйынан күсеп килгән ҡыпсаҡ башҡорттары нигеҙ һалған.
Яҡшымбәт ауылының ҡайҙа, нисек барлыҡҡа килеүе хаҡында байтаҡ ҡына легенда-риүәйәттәр ҙә һаҡланған. Шуларҙың береһендә бәйән ителеүенсә, Яҡшымбәт ауылына нигеҙ һалған Яҡшымбәт олатай Туҡ һәм Соран йылғалары буйынан килгән кеше була. Ул өлкән улы, туғандары, ырыуҙаштары менән Көйөргәҙе йылғаһының һул яҡтағы Бесәнсе буйына ултырған. Был урында ялан, убалар һәм һаҙлыҡтар, ҡырағай ҡыуаҡлыҡтар булған. Ағаслыҡтарҙа ҡырағай йәнлектәр һәм ҡоштар күп була. Уларға бөҙрә таллы, зифа ҡамышлы, аҡ томбойоҡло йылға бик ныҡ оҡшаған. һәр йыл иртә яҙ менән был йылғаға ҡыр ҡаҙҙары һәм өйрәктәре ҡайтып оя ҡороп, ҡошсоҡтар сығарғандар. Яҡшымбәт олатай уларға ҡарап, һоҡланып «ҡыр ҡаҙы» тип ҡысҡырып ебәргән. Шунан бирле халыҡ был йылғаны «Ҡырҡаҙы» тип атай башлаған, аҙаҡтан «Ҡырғаҙы» Көйөргәҙегә әйләнгән.
Ләкин ауылдың урыны бик үк дөрөҫ һайланмаған. Һалҡын һәм дымлы һауанан кешеләр ауырып үлә башлайҙар. Легенда буйынса бер көн ауыл көтөүен көткән көтөүсе ҡарт үлеп китә. Һәм Яҡшымбәт олатай үҙе көтөү көтөргә бара. Төнгөлөккә тау битләүенә урынлаша. Бында ерҙең дә яҡшыраҡ, тын алыуы ла еңелерәк күренә уға, иртәгәһен үҙенең ырыуҙаштары менән шул урынға күсеп килә...