Ябай кешеләр һағыштары тураһында былай ғына һөйләй (беҙ үҫкәндә шулай ине, былай ине), таланттары булғандар хистәрен ҡағыҙға төшөрә.
Йәнем әсей, ауылымды күрһәм,
Ниңә моңһоу минең Түкәнем?
Киләсәгең һинең бик томанлы,
Гүзәл ине һинең үткәнең.
Йома көнө гәзиттә махсус бит сыға: тыуған яҡтарға арналған. Унда бер нисә ауылға арналған шиғырҙар (ҡулдан килгәнсә, йыйҙыҡ) донъя күрәсәк.