БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәр ялыуға законда ҡаралғанса 30 көн эсендә түгел, ә 3 сәғәттән алып 24 сәғәткә тиклем ваҡыт эсендә яуапты бирергә тейеш булыуҙары хаҡында әйтте. Артабан был проблеманы хәл итер өсөн тағы ла 8 тәүлек ваҡыт бирелә.
Интернет селтәрҙәре менән дуҫ булғандар белә, Радий Фәрит улына республиканың төрлө төбәктәренән көнөнә йөҙләгән ялыу, һорауҙар, теләктәр яуып ҡына тора. Көйөргәҙе районы буйынса Республика Башлығына яҙылған иң тәүге хаттарҙың береһе Бахмут ауылынан булды. Улар: «Ауылда ФАП-тың ҡоро исеме генә бар (ә ҡасандыр бында дауахана ине). Дауаханаға барам тиһәң, 300 һумға такси ялларға кәрәк. Ул дауаханаға барыуҙан да бер ниндәй фәтүә юҡ. Маршрут автобусы аҙнаһына 2-3 тапҡыр ғына йөрөй, уныһы ла ял көндәрендә генә», - тип яҙалар.
Бахмуттарҙың был һорауына баш врач урынбаҫары Галина Селищева яуап бирә:
- Бахмутта ФАП бар, әммә бында фельдшер булып эшкә килергә теләк белдереүсе юҡ. 2018 йылдың апрелендә ауылдың фельдшеры пенсияға киткән. Бахмутҡа табип кәрәклеге тураһында гәзиттәргә иғлан бирелде, мәшғүллек үҙәгенә лә заявка ҡалдырылды. Шулай уҡ Өфө һәм Ырымбур ҡалалары медицина юғары уҡыу йорттарына ла заявка ебәрелә. Табип булмағанлыҡтан, әлеге көндә ауыл халҡы Ермолаево район дауаханаһына йөрөргә мәжбүр. Шулай уҡ график буйынса дауахананың төрлө белгестәре ауылға үҙҙәре лә килеп тора.
«Бахмут-Ермолаево-Күмертау маршрут таксиһына килгәндә, ул аҙнаһына 4 тапҡыр — дүшәмбе, йома һәм йәкшәмбе көндәрендә, көнөнә 3 маршрут йөрөй. Был маршрутты шәхси эшҡыуар Әйүпов башҡара. Әлеге көндә маршрут хужаһы менән автобусты көн дә йөрөтөү тураһында һөйләшеү алып барыла», - ти район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура буйынса урынбаҫары Ринат Килдебаев.
Икенсе ялыу ҙа Бахмуттан. «Калинин исемендәге колхоз ҡасандыр гөрләп эшләй ине, хәҙер барыһы ла бөттө. Бында ла, башҡа тирә-яҡта ла фермаларҙы бөтөрҙөләр. Ерҙәрҙе Ырымбур кешеләренә бирҙеләр, ә тегеләр пайсыларҙы алдай (һүҙ «А7 Агро-БР» хаҡында бара). Урындағы халыҡтың малдарын ашатырға ла хәле юҡ. Бай районда ярлы йәшәйбеҙ. 2016-17 йылдарҙа «Алексеевский» совхозы килгәндә хәлдәр яҡшырып киткәйне лә, улары әллә ҡайҙа булды. Хәҙер фермалар ябылды, кеше эшһеҙ ҡалды», - тип зар илай бахмуттар.
«Юшатыр» гәзите бындағы хәлдәрҙе электән яҡтырта килде. Шулай ҙа бахмуттарҙың икенсе һорауына ла район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллиндан алған яуапты бирәбеҙ:
- Калинин исемендәге колхоздың банкрот булыуы һәм Хохлов исемендәге колхоздың хәлһеҙлеге арҡаһында 2010 йылда был предприятиеларҙың мөлкәте «Ергән МТС-ы»на һатылды, ерҙәре 15 йылға арендаға бирелде. 2015 йылда «Ергән МТС-ы» аңлы рәүештә акционер йәмғиәтен тарҡатты һәм 2016 йылда БР Арбитраж суды уларға банкрот тигән ҡарар сығарҙы. «Ергән МТС-ы»ның мөлкәте конкурслы идарасы З.Ә. Әхиәртдинова идаралығына күсә. Дәүләт мөлкәтен дәүләт унитар предприятиеһы балансына сығарыу маҡсатында БР Ауыл хужалығы министрлығы тәҡдиме менән ер участкалары «Алексеевский совхозы» дәүләт унитар предприятиеһына ваҡытлыса тапшырыла.
«А7 Агро-БР» йәмғиәте үҫемлекселек һәм малсылыҡ үҫешенә инвестиция һалырға теләк белдерҙе. Әммә З.Ә. Әхиәртдинова ерҙәрҙе тик субарендаға һәм бик ҡыҫҡа срокка ғына бирә һәм бындағы ер участкаларын арендаға биреү өсөн аукционға ҡуя. Бының менән ул «А7 Агро-БР»ҙың хужалыҡ эшмәкәрлегенә ҡамасаулай. «Банкротлыҡ тураһында»ғы Федераль Законға нигеҙләнеп, Бахмут ауылындағы малды ла һаталар. «А7 Агро-БР» йәмғиәте түләгән дивидендҡа килгәндә, улар дивидендты «Ергән МТС-ы» конкурс идаралығы менән төҙөлгән субаренда килешеүенә ярашлы күләмдә түләй.