Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
27 Ноября 2018, 12:02

АЛҒАНДА РӘХӘТ ТӘ УЛ

Йәшәүе ауыр хәҙер. Аҡсаһыҙлыҡ йонсота, илдә ярлылар ҙа бигерәк күбәйеп китте. Осон-осҡа саҡ ялғап йәшәгәндәр Рәсәйҙә 20 миллиондан ашты, тиҙәр. Ә ауылда инде бигерәк тә күп улар - эш юҡ.

Йәшәүе ауыр хәҙер. Аҡсаһыҙлыҡ йонсота, илдә ярлылар ҙа бигерәк күбәйеп китте. Осон-осҡа саҡ ялғап йәшәгәндәр Рәсәйҙә 20 миллиондан ашты, тиҙәр. Ә ауылда инде бигерәк тә күп улар - эш юҡ.


Ҡарт-ҡоро ғына ергә йәбешеп ята, башлыса. Ауылда ҡулаҡса (наличка) ла бик күп булмай - пенсия ла балалар аҡсаһы. Юҡ-юҡта ауылға гастролдән ҡайтҡан һымаҡ ҡайтып төшкән Себер ирҙәре алып ҡайта инде сумаҙанлап аҡса. Ә кешегә көн дә ашарға кәрәк. Пенсияне тартҡылап тотонһаң да, барыһына еткереүе анһат түгел - бөтәһе лә, бир, тип кенә торалар. Газовиктар, электриктар, быларынан тыш балаларҙың да пенсия биргән көндө аңдып тороп ҡына ҡаланан ҡайтып төшөүҙәре бар. Ҡыҫҡаһы, хәлдән сығыу, ас ултырмаҫ өсөн халыҡ магазинға бара - пенсия, балалар аҡсаһы килгәнсе яҙҙырып биреп тор әле? Һатыусы - үҙ кеше, бирә яҙҙырып, шуның өсөн махсус асылған дәфтәре бар, шунда яҙып ҡуя, Фәлән Төгәнова пособие килгәнсе, тип ике кила кәнфит, өс кила пишинйә, порошок, тоҙ алды. Һатыусыға ла выручка кәрәк, халыҡ аҡсалы булғанын көтөп ултырып булмай. Кемдер бурысын ҡулына аҡса төшөү менән килтереп бирә, кемеһелер бирергә тейеш икәнен онота.

Райондың бар ауылында ла хәлдәр башҡаларҙыҡы кеүек була - кеше ялбарыулы ҡарашы менән килә, тауар ала, һатыусы дәфтәргә яҙа бара. Тик пенсия-фәлән алыу ваҡыты етә, ә кеше аҡсаһын магазинға бирергә ашыҡмай, бисара һатыусы, арттарынан күпме сапһа ла, дәфтәрҙә яҙылған бурысты ҡайтарып ала алмай. Бер заман бурыс суммаһы 52 мең булып китә (ауыл бәләкәй генә). Ҡара ҡайғыға батҡан һатыусының өмөтө тамам өҙөлә, тиҙ генә бара һалып ғариза яҙа: мине эштән алығыҙ, һатыусы булып эшләйем тип Колымаға китер хәлем юҡ. Илай-илай булһа ла, бурысты үҙе түләп ҡуя - һыйырын һуйып һата.

Алғанда рәхәт, биргәндә ҡыйын, шулай ҙа кем магазиндан яҙҙырып ала, һатыусы хәлен дә аңларға тейеш, райондағы һәр һатыусы алдаҡсы кемдер арҡаһында һыйырын һуя башлаһынмы ни? Ауыр йәшәйбеҙ, барыһы ла көндән-көн арта, шулай ҙа, ниндәй ҡыйын хәл булыуына ҡарамаҫтан, бурысты бирмәй, башҡа кеше өҫтөнә бәлә һалып, гонаһлы булмаһаҡ ине.
Читайте нас: