Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
18 Января 2019, 13:14

КРОССВОРД СИСЕЛМӘНЕ

Ғинуар айынан башлап сүп-сар йыйыу ойоштороласаҡ һәм шуның өсөн түләй башлаясаҡбыҙ, тип күп һөйләнек, күп яҙҙыҡ. Был эште башҡарыусы операторҙар ҙа күптән билдәләнде. Әммә ошоға тиклем бик күп һорауҙарҙы асыҡлай алмай аптырайбыҙ. Бер көн бер хаҡ күрһәтәләр, икенсе көнөнә икенсе хаҡ билдәләп тә ҡуялар. Ҡасан ташый башлаясаҡтар, был хеҙмәтте нисек башҡарасаҡтар, тигән һәм башҡа бик күп һорауҙар һәр беребеҙҙе борсой.

Ғинуар айынан башлап сүп-сар йыйыу ойоштороласаҡ һәм шуның өсөн түләй башлаясаҡбыҙ, тип күп һөйләнек, күп яҙҙыҡ. Был эште башҡарыусы операторҙар ҙа күптән билдәләнде. Әммә ошоға тиклем бик күп һорауҙарҙы асыҡлай алмай аптырайбыҙ. Бер көн бер хаҡ күрһәтәләр, икенсе көнөнә икенсе хаҡ билдәләп тә ҡуялар. Ҡасан ташый башлаясаҡтар, был хеҙмәтте нисек башҡарасаҡтар, тигән һәм башҡа бик күп һорауҙар һәр беребеҙҙе борсой.


Кисә район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың кабинетында Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы ла ҡараған Башҡортостандың 3-сө зонаһы буйынса төбәк операторы — «Эко-Сити» йәмғиәте вәкилдәре менән осрашыу булды. Бында район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, мәғариф бүлеге етәкселеге, район белгестәре һәм ауыл советы хакимиәте башлыҡтары ҡатнашты.

Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов һүҙҙе башлап:

- Сүп-сар йыйыу эше нисек ойоштороласаҡ һуң? Беҙгә шуны аңлатығыҙ әле. Тәүҙә ҡаты ҡалдыҡтарҙы ҡапсыҡтарҙа йыябыҙ, тинегеҙ, ә хәҙер контейнерҙар кәрәк, тиһегеҙ. Ул контейенерҙарҙы урынлаштырыу өсөн урынын да талап итәһегеҙ, ә ҡыш көнө был эште башҡарып булмай бит.

- Тәүҙә ҡапсыҡтар менән йыйырға планлаштырылғайны. Әммә Радий Хәбиров хаҡты 35, 70 һумдан арттырмаҫҡа ҡушҡас, пландар үҙгәрҙе, сөнки ҡапсыҡтарҙы йыйыу өсөн финанс күберәк талап ителә. Шуға күрә пластмастан йә тимерҙән эшләнгән евроконтейнерҙар ҡуйып, ҡаты ҡалдыҡтарҙы тәүҙә шунда йыйып, тейәп алып китергә хәл иттек. Бында шуны ла әйтке килә: ҡаты ҡалдыҡтарға йорттағы барлыҡ сүп-сар кермәй. Унда үлгән малдарҙы, төҙөлөш ҡалдыҡтарын, картуф һабаҡтары, ағастың олон-ботаҡтары, бүрәнә-фәләндәр ташларға ярамай. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына аш-һыу бүлмәһе ҡалдыҡтары, быяла һәм пластик һауыттар, ҡағыҙ, полиэтилен ҡапсыҡтар, шкаф-диван кеүек әйберҙәр инә. Сүп-сар контейенерҙары ҡуйыу урындарын да алдан билдәләп ҡуйыу кәрәк буласаҡ. Уның өсөн бер кешегә лә мәшәҡәтләмәгән урындарҙы һайларға кәрәк. Контейнерҙар алыу өсөн аҡсаны район, ауыл хакимиәте үҙҙәре табырға бурыслы. Хөкүмәт тә ярҙам итер, моғайын. Йортта теркәлгән, әммә йәшәмәгән кешеләр өсөн дә түләргә тейешбеҙме, тигән һорауҙы йыш бирәләр. Был осраҡта 8 800 700 49 00 телефоны буйынса ҡыҙыу линияға шылтыратып, белешергә кәрәк буласаҡ. Улар һеҙгә бындай кешеләр өсөн ниндәй справкалар талап ителеүе хаҡында аңлатырҙар. Әгәр ниндәйҙер ауылға беҙҙең машиналар килә алмай икән, ул ауыл халҡына сүп-сар өсөн түләү хаҡы килмәйәсәк. Сүп-сарҙы беҙҙең машиналар айына бер тапҡыр алып китәсәк. Әлегә тиклем сүп-сар ташыу ойошторолмаған ауыл халҡы бер кеше өсөн 35 һум түләйәсәк, ә был эш яйға һалынған урындарҙа йәшәүселәр бер кеше өсөн 70 һум түләйәсәк.

- Сүп-сарҙы ниндәй машиналар менән ташыясаҡһығыҙ, нисек тейәйәсәкһегеҙ? - тип артабанғы һорауын бирҙе Әхәт Йәүҙәт улы.

- Әлегә үҙебеҙҙә булған барлыҡ транспортты ҡулланасаҡбыҙ. Тағы 4 машина алырға йөрөйбөҙ. Әлегә ҡайҙа күпме сүп-сар йыйылырын да әйтә алмайбыҙ. Быларҙың барыһы ла 2-3 айҙан ғына билдәле буласаҡ. График билдәле булғас та, интернет-гәзит аша мәғлүмәт бирәсәкбеҙ.

- Беҙ сүп-сарҙы йыйып ҡуйырбыҙ ҙа ул, ә һеҙ ҡасан ташый башлаясаҡһығыҙ һуң? Әтеү түләүҙәре килер ҙә, ә сүпте алып китеүсе булмаҫ? - тигән һорау күтәрҙе Шәбағыш ауылы советы хакимиәте башлығы Әлфиә Ханбәкова.

- Тәүҙә ҡайһы ерҙән ташый аласағыбыҙ хаҡында планлаштырасаҡбыҙ, шунан ғына түләү хаҡы ҡуясаҡбыҙ.

- Беҙҙең райондан йыйылған ҡаты ҡалдыҡтарҙы ҡайҙа алып барасаҡтар? - тип һораны район башлығы.

- Райондағы сүп-сарҙы тәүҙә Күмертауҙағы полигонға ташыясаҡбыҙ.

- Контейнерҙар алып ҡуйырбыҙ ҙа ул, ә сүп-сар ҡасан килеп алып киткәнсе көтөп ятасаҡмы ни? Контейнер ҡуйғас та, халыҡ сүп-сарын унда түгә лә башлаясаҡ бит. Беҙ һеҙҙең ҡасан килеп алып китерегеҙҙе ҡайҙан беләйек һуң? Һеҙ һаман да нисек ташыясағығыҙ, ҡасан башлаясағығыҙ тураһында аныҡ ҡына бер нәмә әйтә алмайһығыҙ. Июль айына тиклем сүп-сар һеҙҙе көтөп, һаҫып ятасаҡмы ни? Картуф, сөгөлдөр һабаҡтарын ҡайҙа итәйек һуң, ашап бөтәйекме ни? - тигән һорауҙар яуҙырҙы осрашыуҙа ҡатнашыусылар.

- График төҙөйәсәкбеҙ һәм хәбәр итәсәкбеҙ.

- Ҡуйған контейнерҙағы сүпте айына бер килеп алһағыҙ, ул ямғыр-ҡар аҫтында туңасаҡ, машина күтәрә алмаясаҡ, уны нишләтергә?

- Кеше яллайһығыҙ инде. Беҙ әле генә барлыҡ ауылдарҙан сүп ташый алмайбыҙ, хәл етмәй, торараҡ барыһына ла йөрөй башларбыҙ. Ермолаево, Айсыуаҡ, Бахмут өсөн хаҡ бер кешегә 70 тәңкә (был ауылдарҙан сүп ошоға тиклем ташылған, шуға шулай), ҡалған ауылдарҙан 35 һум.

- Ташыясаҡбыҙ, тиһегеҙ ҙә ул? Машиналарығыҙ ниндәй һуң? 8 кублы контейнерҙарҙы ташый аласаҡтармы һуң? Беҙҙең Мораптал кеүек ҙур ауылдарҙа бер нисә контейнер ҡуйыласаҡ бит инде. Бер юлы бар сүп-сарҙы алып китеү мөмкинлегегеҙ бармы? Әллә бер нисә рейс яһаясаҡһығыҙмы? - тип һүҙгә ҡушылды район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин.

- Барыһын да эш барышында хәл итәсәкбеҙ.

- Тыңланыҡ, тыңланыҡ, әммә бер ниндәй ҙә асыҡ ҡына яуап ишетмәнек һеҙҙән. Һеҙ әле һаман әҙер түгелһегеҙ, сүпте ҡасан ташый башлаясағығыҙ тураһында ла белмәйһегеҙ. Тик шул ғына аңлашыла: бар нәмәне лә беҙ үҙебеҙ эшләргә бурыслы. Контейнер табырға, урынын билдәләргә, кәртәләргә, ҡойолоп ятҡан сүп-сарҙы йыйырға ла беҙ тейешбеҙ, - тине Бахмут ауыл советы хакимиәте башлығы Нурия Шәрипова.

- Һеҙҙән бер яҡшы хәбәр ҙә, һорауҙарға йүнле яуап та ишетмәнек. Ике сәғәт буйы кроссворд сисеп маташтыҡ, әммә барыбер сисә алманыҡ. Күп һорауҙар һаман да асыҡ ҡала. Билдәле, ҡайһы бер ауылдарға барып та етә алмаясаҡһығыҙ.

- Физик шәхестәргә ҡағылышлы һорауҙарығыҙ булһа 89273443453 телефонына шылтыратып белешә алаһығыҙ. Тарифтар беренсе кварталда ғына 35 һәм 70 һум. Әммә был хаҡтар яйлап арта барасаҡ, - тип бик күңелһеҙ нотала һүҙен тамамланы «Эко-Сити» йәмғиәте вәкиле.

Шулай итеп, улар менән һөйләшкәс, былай ҙа әйләнгән баштарыбыҙ тағы ла нығыраҡ әйләнде. Һорауҙар күп яңғыраны, әммә уларға аныҡ ҡына яуап ишетелмәне. Тик шуныһы ғына көн кеүек асыҡ: тиҙ арала ҡайҙан булһа ла аҡса табып, контейнерҙар һатып алырға тейешбеҙ. Уларҙы урынлаштырыу урындарын үҙебеҙ билдәләп, кәртәләп ҡуйырға ла бурыслыбыҙ. Етмәһә, контейнер аҫты бетон булырға тейеш. Сүпте элек кем ташыған, әле лә шул «Коммунальник» ташыясаҡ. Тик уларҙың ике машинаһы һәм бер тракторы ғына бар әлегә. Ярҙамға «Транспорт базаһы» киләсәк. Тағы шуныһы билдәле: ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары иҫәбенә кермәгән сүп-сарҙы тағы ла аҡса түләп, үҙебеҙ сығарырға тейешлебеҙ.

Һөйләшеү барышында сит илдәрҙә сүп-сар ташыу нисек яҡшы ойошторолғаны хаҡында ла һүҙ йөрөттө төбәк операторы. Нишләп унда барыһы ла яҡшы, роботтар ғына сүп-сарҙы айыра һуң, ә беҙҙә бер нәмә лә юҡ, тигән һорауҙы ла бирҙе һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар. Әммә был һорауҙарға ла яуап булманы, ҡулдар ғына йәйелде.
Читайте нас: