Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
22 Января 2019, 11:21

ИҪЕРЕК АЙНЫҺА, ХӘЙЕРСЕ БАЙЫҺА…

Ил башлығы Рәсәйҙәге ярлы халыҡҡа ҡаршы көрәш иғлан итте. Йәғни, илдә ярлылар (хәйерселәр) бигерәк күп булып киткән - 20 миллион самаһы, уларҙы нисек тә саҡ ҡына булһа ла байыраҡ итергә кәрәк. Аҙаҡҡы йылдарҙа ғына ауыҙын асһа үпкәһе күренеп торғандар һаны ике миллионға күбәйгән. Алдағы биш йылда ярлылар иҫәбен ике тапҡырға кәметергә тигән маҡсат ҡуйылды. Хәҙер барса власть вәкилдәре баш вата: ҡалайтып ярлыларҙы бөтөрөргә?

Ил башлығы Рәсәйҙәге ярлы халыҡҡа ҡаршы көрәш иғлан итте. Йәғни, илдә ярлылар (хәйерселәр) бигерәк күп булып киткән - 20 миллион самаһы, уларҙы нисек тә саҡ ҡына булһа ла байыраҡ итергә кәрәк. Аҙаҡҡы йылдарҙа ғына ауыҙын асһа үпкәһе күренеп торғандар һаны ике миллионға күбәйгән. Алдағы биш йылда ярлылар иҫәбен ике тапҡырға кәметергә тигән маҡсат ҡуйылды. Хәҙер барса власть вәкилдәре баш вата: ҡалайтып ярлыларҙы бөтөрөргә?

АҒИҘЕЛДЕҢ

АРЪЯҒЫНДА…

Кисә район Йәмәғәт Советы ла ошо хаҡта фекер алышты. Совет рәйесе В. Кирюшин етәкселек иткән сарала ветерандар, район етәкселеге, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре булды. Төп сығыш менән район башлығы һүҙ тотто. Социаль тигеҙһеҙлекте бөтөрөү, ярлылыҡ менән көрәш тигән тема һәр кемдең елегендә ултыра (ни эш юҡ, эше булһа, эш хаҡы ташҡа үлсәйем, кредиттар алҡымдан ала, балаларҙы уҡытырға кәрәк...), шуға башлыҡ һүҙҙәрен залдағылар диҡҡәт менән тыңланы.

- Ярлылыҡ - бик ауыр һорау, бөгөн генә халыҡ алдында беҙ, иртәгә шуны эшләйбеҙ ҙә барыһы ла яҡшырып китә, тип әйтә алмайбыҙ. - тине Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов, - халыҡ һаман булһа СССР менталитеты менән йәшәй, шуныһы ла беҙҙе артҡа һөйрәй. Иң ярлы халыҡ ауылда йәшәй, колхоздар, башҡа аграр хужалыҡтар тарҡалғас, кеше эшһеҙ, ашһыҙ ҡалды, Мәҫәлән, ауылдағы эш хаҡтары буйынса әйткәндә, ауыл кешеһенең эш хаҡы республикалағы уртаса эш хаҡының 37,6%-ын тәшкил итә. Беҙҙең районда был һан – 49%. Эшһеҙ тип теркәлеп әле 88 кеше биржала тора. Ауыл кешеһе эшһеҙ, тип әйтеү үҙе үк дөрөҫ түгел, беҙ һәр сход һайын әйтәбеҙ: мал тот, баҡса үҫтер. Тирә-яҡҡа ҡарағыҙ, мал һаны кәмей, кеше хәҙер хатта картуф ултыртмай. Ольховка, Отрада яҡтарында элек ниндәй картуф баҡсалары ине, хәтерләйһегеҙме? Хәҙер ул яландарҙы сүп үләне баҫты. Бер саҡ Тимербай халҡынан һорайбыҙ, ниңә хет картуф сәсмәйһегеҙ? Колорада ҡуңғыҙы йонсота, утарға кәрәк, лутсы магазиндан барҙың да алдың картуфты, тиҙәр. Һуң, ул Мысырмы, ҡайҙандыр килтерелгән картуфтың ниндәй тәме булһын? Кеше ауылда ҡалмай, ситкә китә, халыҡ китә икән, тимәк, мәктәп, клуб, ФАП-тар ҙа ябыла тигәнде аңлата. Башҡортостанда 176 ФАП ябылды, беҙ әле һаман булһа береһен дә япмай эшләтеп киләбеҙ. Ауылдан йәштәр китә, өҫтәүенә бында эскелек тә сәскә ата икән, был ауылдың ниндәй киләсәге булһын? Мал тотам тигән кеше өсөн дә юлдар бар һымаҡ, беҙ бер йылда ғына 13 ғаиләгә һыйыр алһын тип 50 мең һумышар аҡса бирҙек. Һәйбәт ярҙам бит был. Бесән ерҙәре йәһәннәм, әйҙә, рәхәтләнеп мал тот. Юҡ, кешегә нимәлер етмәй, ситкә сығып китә. Әле вахта менән эшләп йөрөгәндәр һаны беҙҙең районда 1454 (былтыр 1558 ине – кәмегәндәр). Эш эшләйем тиһәң, беҙҙә лә эш бар. Бына Ермолаевола таҙартҡыс ҡорамалдары төҙөлә, район мәҙәниәт һарайында елле ремонт бара, музыкаль мәктәптә лә ремонт, бассейн төҙөлөп ята – ә унда эшләгән кеше араһында беҙҙең залыҡ юҡ тиерлек. Төҙөүсе ойошма етәкселәренән һорайым, ҡайҙа беҙҙең халыҡ тип, юҡ, килергә теләмәйҙәр, ти. Район ирҙәре Ағиҙелдең аръяғында бер энәгә бер һыйыр, тип уйлайҙар әллә. Кешенең үҙенән күп нәмә тора, әүҙемлек кәрәк, совет заманы бөттө һәм ул кире ҡайтмаясаҡ. Ярлылыҡты бөтөрөү (кәметеү) йәһәтенән беҙгә берҙәм эшләргә, мәҫәлән, балалар уҡырға ингәндә махсус йүнәлтмәләр биреүҙе дауам итергә (уҡыу ҙа ҡыйбат хәҙер), төрлө программаларҙа ҡатнашып районға аҡса йәлеп итергә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә эште активлаштырырға кәрәк. Беҙҙең кеше диспансеризация үтергә лә йыбанып ята ала, йығылып үлгәнсе тик йөрөй. Ололарға ла иғтибар һәр саҡтағыса ныҡ булырға тейеш. Әле Көйөргәҙелә 7026 пенсионер һанала, йылына бер миллиард һумдан артыҡ пенсия аҡсаһы түләнә уларға. Пенсия хаҡы аҙ булһа ла арта бара. Бар ғәйепте кемдәндер эҙләү беҙҙең милли холоҡ, шулай ҙа кеше тәү сиратта үҙе ҡыймылдаһын ине. Ә урындағы власть һәр йортҡа барып етергә тейеш, кем нисек йәшәй, нимә менән тын ала – барыһын да белеп торорға бурыслыбыҙ.

КЕМГӘЛЕР БАР, КЕМГӘЛЕР ЮҠ

Башлыҡтан һуң урындағы пенсия фонды етәксеһе А. Миханов трибуна артына баҫты. Хәйер, Ә. Ҡотлоәхмәтовтан һуң, уға һөйләрлеге ҡалмағайны ла, барыһын да закон ҡушҡанса башҡарабыҙ, тине. Пенсия арта икән, арттырабыҙ, тейешле льготаларҙы түләйбеҙ. Халыҡ килә икән, ҡабул итәбеҙ. Тик бына ауыл хужалығында 30 йылдан артыҡ эшләп пенсияға сыҡҡандар менән генә бер аҙ проблема тыуып тора (ундайҙарға яңы йылдан пенсияларына өҫтәмә 1333 һум түләнә). 777 кеше исемлеген өҫкә ебәрҙек тә иләк аша барыһы ла үтмәне – кемдер конторҙа ғына ултырған (ундайҙарға аҡса юҡ), кемдер Ергән МТС-ында, Забарив Агро-ла тир түккән – уларға ла юҡ. Тиҙ арала 1333 һум кемгә тейеш, - тейеш түгел – осона сығып ҡуйырбыҙ. Мәләүездән халыҡты социаль яҡлау учреждениеһынан да директор урынбаҫары килеп еткән, ярлыларҙы бөтөрөүгә ҡағылышлы һүҙе булманы, бары тик халыҡ университеты программаһы артабан да эшләйәсәк, унда 22 һөнәргә уҡырға була, тип ҡыуандырҙы. Йәнең теләгәнен һайла, инәй–бабай: инглиз теле, физкультура, компьютер һөнәре һ.б.

АҠСАҢ БУЛМАҺА, СИРЛӘМӘ

Йыйылыш дауамында В. Кирюшиндың ярҙамсыһы Н. Полешова пенсионерҙарҙан килгән ялыуҙар буйынса сығыш яһаны.

- Сирлеләргә УЗИ, ФГС һымаҡты үтер өсөн Ермолаевоға айына 30 талон бирәләр, тик был бик аҙ. Оло кеше, мәҫәлән, талонһыҙ йөрәген тотоп бара икән, керетмәйҙәр, бик тиҙ кәрәк булһа, ана, аҡсаңды түлә лә үт, тиҙәр. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, хаҡтары ҡот осмалы – 1-10 мең һум арауығында, пенсионер был хәтле аҡсаны ҡайҙан тапһын? Балалары ошоноң өсөн кредит алған саҡтар ҙа бар. Бына шулай эшләй беҙҙең медицина – аҡсаң булһа, һине ҡарайҙар, юҡ икән, юҡ. Беҙгә килгән ялыуҙарҙың барыһын да һөйләп тормайым, юҡһа, көнө буйы һеҙҙе эшегеҙҙән айырам. Залда ултырған баш врач урынбаҫары Г. Селищиваның быға яуап итеп әйтер һүҙе булманы, ахыры. Ә. Ҡотлоәхмәтов был урында йәнә ностальгияға бирелеп китте: элек Мораптал балнисына кергәс ҡалай күңелле ине, врачтар күп, һәр кабинет эшләй. Әле өс койка тора һерәйеп. Койка һандарын күбәйтмәйҙәрме? Галина Евгеньевна өмөт менән баҡҡан күҙҙәрҙе шунда уҡ һүндерҙе: юҡ, киреһенсе, тағы ла нығыраҡ ҡыҫҡартырға торалар. Койка ҡыҫҡартыуҙар ярлыларҙы бөтөрөүҙең бер методылыр, күрәһең, тип уйлап, башҡаса һорау бирелмәне.

ҺЫЙЫР ЮҠ АРАНДА, ҠАЙҒЫ ЮҠ БУРАНДА

Районда копперация тигән ағым да былтыр яйға һалына башлаған һымаҡ булды – был да ярлылыҡтан ҡасыуҙың бер әмәле. Әле 4 копперация барлыҡҡа килде, арыу ғына эшләп китһәләр ярар инее, тине район Хакимиәте башлығы урынбаҫары Н. Хисмәтуллин. Мал кәмей тигәндән, ситкә киткәндәр самый шул мал тота алған кешеләр бит инде. Улар юҡ икән, мал да юҡ. Тәгәрмәскә таяҡ ҡыҫтырып, самозанятыйҙарға һалым тигәнен уйлап таптылар, был һалымды түләй башалһаҡ, ауылдарҙа бер һыйыр ҡалмаясаҡ, бына ошоно ла закон сығарыусыларға яҙып ебәрергә кәрәк, тип бошондо Нәүғәт Кәлимулла улы. Малдарҙы биркалау, уларҙы цехтарҙа ғына һуйыу тигәне лә кешене мал тотоуҙан биҙҙерә һәм бына һиңә йәнә бер һалым уйлап таптылар. Райондың почетлы гражданы Р. Әбдрәшитовты Ермолаеволағы аграр баҙар яҙмышы борсой икән. Ябыламы ул, тип һораны. Был имеш-мимеш, тинеләр уға, хужаһы баҙарҙы һатты, тик уны алған кеше баҙарҙы япмай, һатыусылар өсөн 108 квадрат метр урын ҡалдырҙы, ҡалған өлөшө магазин була. Баҙарға йөрөүсе бер Әбдрәшитов ҡына булдымы икән, башҡалар был темаға бик ҡыҙыҡһыныу белдермәне.

ЛИМИТ МЕНӘН ЙӘШӘ

Йыйылыш ошоноң менән бөттө һымаҡ. Ярлылыҡты бөтөрөү тигән темаға фәлсәфәне әллә күпме һатырға була ине, Өфөгә тәҡдимдәр ебәрергә кәрәк, ә ундағылар үҙ сиратында был тәҡдимдәрҙе Мәскәүгә оҙата икән – социаль тигеҙһеҙлек менән көрәшкән Путинға ярҙам итешергә кәрәк. Шулай ҙа залда төплө генә итеп, ярлылар класы бына шул ваҡытта юҡҡа сыға, ә ул юҡҡа сыҡһын өсөн шуны, шуны башҡарабыҙ тигән кеше табылманы, ахыры. Йәмәғәт советы ағзаларының күбеһе өндәшмәне. В. Кирюшин оптимист кеше, иптәштәр, барыһы ла үҙебеҙҙән тора, тигән кеүек резюме яһап ҡуйҙы. «Ярлы тигәнде лә төрлөсә аңларға була. Мәҫәлән, элек кемдең вилсәпите бар, шул бай һанала ине. Хәҙер һәр кемдең вилсәпите бар», - тип фәлсәфә итте рәйес. Кешенең үҙенән тора. Ермолаевола ҡыҙыҡ өсөн 30 кешенән һораштым, үҙемсә ФЦИОМ булдым, тине аҡһаҡал. Вәт, ана шул 30 кешенең 2-һе генә һыйыр тота, 3-әүһе генә тауыҡ аҫрай, ҡалғандары эт-бесәй тәрбиәләй, уларға вискас, чаппи ашата. Валерий Иванович яңыраҡ ҡына Чубайс әйткән фекерҙе лә ҡабатланы: беҙ бөтөнләй экономиялай белмәйбеҙ. Англияла душ инеү өсөн 15 минут ваҡыт бирелә, йыуған ереңде йыуып, ҡырған ереңде ҡырып өлгөрҙөңмө-юҡмы, не волнует, һыу туҡтай. Инглиз халҡы бит-ҡулды йыуғанда ла беҙҙең һымаҡ итеп шаптырҙатып һыу ағыҙып йырҙар йырлап һуҙылып йыуынмай – раз раз йыуынды ла, һыуҙы тәләфләмәй генә эшен бөтөрҙө. (инглиздарҙың нисек йыуынғанын барып ҡарап торҙомо икән?) Электр уты менән дә шулай. Бәҙрәфкә кергәндә лә, мәҫәлән, нимәгә ул һиңә свит? Мин иҫәпләнем, һәр нәмәмде үлсәп, экономиялап бер айҙа йөҙ һумдан артыҡ аҡсамды янда ҡалдырғанмын, - тип тамамланы урындағы Чубайс. Бындай ҙа эшлекле тәҡдимгә ҡаршы килеүсе булманы, ярлыларҙың күп булыуында төп ғәйеп үҙебеҙҙә икән тигән кеүек булып ҡалды. Әлеге башҡарған барлыҡ эштәргә (ярлыларҙы кәметеүгә) 2024 йылда йомғаҡ яһаласаҡ. В. Путин әйткән, 10 миллион ярлыны юҡ итергә тигән план барып сығырмы, иҫән булһаҡ, ярлылыҡтан бөлмәһәк, биш йылдан яҙырбыҙ.
Читайте нас: