Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
8 Февраля 2019, 15:42

ҠЫЙЫШТЫ ТӨҘӘТӘЛӘР

Районыбыҙҙа мәҙәниәт өлкәһендә борсоулы ерҙәре менән бер рәттән яҡшы яҡтары ла күп. Мәҫәлән, клубтарҙағы ремонттар.

Районыбыҙҙа мәҙәниәт өлкәһендә борсоулы ерҙәре менән бер рәттән яҡшы яҡтары ла күп. Мәҫәлән, клубтарҙағы ремонттар. Улар, Аллаға шөкөр, күп башҡарыла. Элек тә күп ремонтландылар. Бер әтнәкәһе бар: эшләп киткән кеше артынан улар эшләгәнде тағы ла йүнәтеп йөрөмәһәк ине. Зәк-Ишмәт клубы менән бәлә - подрядсы клубты ремонтлауын ремонтлаған, тик улар эшләп китеү менән клубтың түбәһе эшкинмәй икәнлеге асыҡланған. Бисара подрядсыларға аҡса түләмәйенсә: Һау бул, тигәндәр. Әле ошо ҡыйыш ҡыйыҡты яңынан эшләү бара, подрядсыһы яңы, ремонт хаҡы тулайым алғанда - 399 мең һум.

Яңы Таймаҫ мәҙәниәт йортона ғәләмәт аҡса түгелде - 3 миллиондан артыҡ. Хәтәр ҡыуанғайны халыҡ, ныу хәҙер хан һарайы һымаҡ булыр инде клубыбыҙ. Тик ремонт яһаған кеше китеп тә өлгәрмәне, хан һарайының йә бер ере тишек, йә икенсе ере йыртыҡ икәнлеге асыҡланды. Әле унда ла шул уҡ подрядсы ҡыйыш ерҙәрҙе төҙәтә - ишектәрҙе алмаштыра, тотҡаларын рәтләй, электр розетка, лампаларҙы йүнәтә. Был йортта ҡыйыҡтан да һыу үтә ине (бына һиңә ремонт), уныһын да рәтләп ҡуйырға тейештәр.
Читайте нас: