«Иҫәнмеһегеҙ, «Юшатыр» гәзите хеҙмәткәрҙәре! Һеҙгә Тимербай ауылындағы проблема тураһында яҙабыҙ. Ул да булһа, беҙҙең авария хәлендәге күпер. Уның тураһында күпме районға ла хәбәр иттеләр. Элекке ауыл старостабыҙ Р. Р. Тазетдинова Өфөнән килгән белгестәргә лә барҙы. Хәл итербеҙ, тип вәғәҙә биргәндәр ине, һүҙҙәре бушҡа булды. Уға 5-6 йыл үтте инде. Өҫтәүенә, быйыл юлдарҙы таҙартҡанда К-700 тракторҙары күперҙең бетондарын ышыртып киткән. Ул күперҙән көн дә Тимербай балалары Абдул мәктәбенә уҡырға баралар. Әле беҙ яҙғы һыу ташыуҙы көтәбеҙ. Тимербайҙы ташҡын урап үткәне юҡ. Шул һыу ташыуҙа күперебеҙ йөҙөп китмәҫме икән, тибеҙ. Китмәһә лә, емерелә инде ул. Беҙҙә берәй ЧП булһа ғына йүгерә башлайҙар. Шунан «крайний» эҙләй башлайҙар. Мин мәктәп балаларын Абдулға оҙатыусы булараҡ барам. Күперҙән үткән һайын йөрәк ярыла», - тип яҙа беҙгә Тимербайҙан Фирүзә Килмәтова.
«Юшатыр»ҙың интернеттағы төркөмөндә был хатҡа: «Шунда бер ыңғайҙан һорағыҙ әле, беҙҙең ауылда ҡасан телефон бәйләнеше булыр икән? Һеҙҙең аша ғына белмәһәк, булмай», - тип тә өҫтәгән Данил Харисов атлы егет.
Һорауҙарға яуап эҙләп район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура буйынса урынбаҫары Ринат Килдебаевҡа мөрәжәғәт иттек:
- Ул күперҙе ДРСУ хеҙмәткәрҙәре йыл да ремонтлап тора. Тимербайҙар бындай һорауҙы гел күтәрәләр, авария хәлендә, ти ҙә яҙалар. Авария хәлендә түгел ул. Күперҙең әлеге хәлен иртәгә үк сығып ҡарарбыҙ.
ДРСУ-ға ла шылтыратып белештек. «Кисә үк барып, шылған бетонын урынына һалып, күперҙе ремонтлап ҡайттыҡ», - тинеләр унда.
Кәрәҙле бәйләнешкә ҡағылышлы һорауға БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса милек менән идара итеү комитеты рәйесе Марина Сычева яуап бирҙе:
- Бахмут, Свобода, Зәк-Ишмәт ауыл советтары буйынса МТС бәйләнеше етәкселегенә һорау менән сыҡтыҡ. Улар: «Беҙгә Бахмут силсәүите генә табыш килтерә ала, ә башҡалары рентабелле түгел», - тинеләр. Был проблеманан сығыуҙың тағы бер юлы бар. Беҙгә берәй шәхси эшҡыуар табырға тура киләсәк. Ул шәхси эшҡыуарҙы таптыҡ, тиһәк тә була. Хәҙер бөтә эш ауыл советы хакимиәте башлыҡтарынан һәм был биләмәлә йәшәгән халыҡтан тора. Улар бергәләшеп, юғарыға, БР Башлығына, бәләкәй ауылдар халҡына ла кәрәҙле бәйләнеш кәрәк икәнлеге хаҡында аңлатып хат юлларға тейеш. Юғарынан бойороҡ булһа ғына, беҙҙең был проблема ыңғай хәл ителәсәк.