«Юшатыр» гәзитенең 23 апрелдәге 33-сө һанындағы автовокзалдар менән тимер юл вокзалдарын берләштереү тураһындағы «Берләштерәләр» тигән мәҡәләне уҡығас та, аптырауға ҡалдыҡ һәм шунда уҡ ҡулыма ручка алырға мәжбүр булдым.
Бына райондың һәр ауылына тиерлек «Газель» йөрөй. Бер нисә ауылдың автобусы «Уютный дом» алдында, ҡайһылары ҡала мәсете алдына, ә ҡайһыһы ауылдарға «Первомайский»ҙа, «Скорая помощь»та туҡтай. Был автобустар туҡтаған ерҙәрҙең береһендә лә будка юҡ. Ҡышҡы бурандарҙа ла, йәйге эҫелә лә, ямғыр яуғанда ла халыҡ асыҡ һауала автобусты баҫып көтөп тора. Ултырып торорға ла урын юҡ. Йәш балалары менән әниҙәр ҙә, ҡарт әбейҙәр ҙә йөрөй был автобустарҙа. «Газель» ватылған саҡтар ҙа булғылай. Нисә сәғәт булһа ла, шулай аяҡ өҫтө көтөп торабыҙ инде. «Шул маршруттарҙы автовокзал аша йөрөтөп булмаймы икән?» - тип ауыл халҡының зарланыуын күп ишетергә тура килә. Тик ауыл кешеһенең был зарын берәү ҙә ишетмәй шул. Ярай әле «Газель» йөрөй ауылдарға, уныһына рәхмәтлебеҙ, әлбиттә. Бар кешенең дә машинаһы юҡ шул йөрөргә.
Өфөлә, Стәрлелә, Ырымбурҙа уҡыусы студенттарыбыҙ бар. Улар ҙа ауылдарына тиклем ҡайтып етер өсөн шунда баҫып көтөп торорға мәжбүрҙәр. Алыҫ юлдан арып ҡайтып килгән шул балалар туҡталыштарҙа ултырып торорҙар, сәй эсеп, ҡапҡылап алырҙар ине. Әгәр автовокзалды тимер юлы вокзалына күсерһәләр, унда берәү ҙә бармаясаҡ. Хәҙер бик һирәк кеше поезд менән йөрөй бит. Бына элек автовокзал янында ғына магазин да була торғайны. Ауыл кешеһе унан кәрәк-ярағын, күстәнәсен ала ла, сығып автобусҡа ултыра ла, ҡайтып китә ине. Әллә ҡайҙан күтәренеп йөрөргә лә кәрәкмәй. Күбеһенсә ауылдан ҡалаға халыҡ табипҡа күренергә килә. Йүгерә-йүгерә медосмотр үтеп, хәле лә бөтөп китә кешенең. Ә һауынсыларға киске һауынға ҡайтып өлгөрөргә лә кәрәк. Ҡала буйлап сабып, эштәрен теүәлләп, хәле бөтөп йүгереп туҡталышҡа килгән кешегә ултырып торорға ла урын юҡ шул. Автобуста ла ҡайһы саҡ ултырырға урын булмаһа, тороп ҡайтырға тура килә. Ашарға ла хәле ҡалмай, хәлдән тайып ҡайтып йығылалар шунан кешеләр. Бына шуға күрә хужалар ауыл кешеһен уйлаһындар ине. Ҡаланы бит ауыл туйҙыра. Ауыл халҡының бына шундай зары. Элекке автовокзалды барыбыҙ ҙа һағынабыҙ инде ул. Ул замандарҙағы автобустар ҙа юҡ шул хәҙер. Беҙҙең «Газель»дәргә автовокзалға керергә рөхсәт юҡ, тиҙәр. Аптыраҡ...
Ошондай йөкмәткеле хат алғас, беҙ ауылдарға «Газель»дәр йөрөтөүсе шәхси эшҡыуарҙарға һәм автовокзал етәкселегенә сығып, был хәлдең айышына төшөнөргә тырыштыҡ.
Камил БИКМАЕВ, шәхси эшҡыуар:
- Беҙҙең автобус Яҡшымбәт, Бабалар, Ҡотлоюл, Яңауыл, Молокан ауылдарына көн һайын 1-шәр тапҡыр йөрөй. Йома, шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә маршрутты 2-шәр тапҡыр йөрөтәбеҙ. Кеше ул хәтлем йөрөмәй, шуға автобустарҙы ла күберәк йөрөтөүҙән файҙа юҡ. Автовокзал менән килешеү төҙөргә һөйләшеп тә ҡарағайныҡ та ул, риза булманылар беҙҙең автобустарҙы алырға.
Альфред ӘЙҮПОВ, шәхси эшҡыуар:
- Мин бер маршрут буйынса автовокзал менән килешеү төҙөр өсөн ғариза менән мөрәжәғәт иткәйнем, кире ҡаҡтылар. Хәҙер Дәүләт комитеты аша документтар тапшырҙыҡ. Шулай булғас, яҡын киләсәктә, килешеү төҙөп, рәсми рәүештә автовокзал аша эшләй башларбыҙ, тип ышанам. Тағы ла: яңы закон буйынса тиҙҙән, 1 июлдән, онлайн-касса аша эшләй башларға тейешбеҙ.
Татьяна ДРОНОВА, Күмертау автовокзалы начальнигы:
- Беҙ шәхси эшҡыуарҙар менән килешеү төҙөп, рәхәтләнеп бергә эшләргә ризабыҙ. Улар үҙҙәре беҙҙең менән эшләргә теләмәй. Автовокзал аша эшләһәләр, халыҡҡа бигерәк уңайлы булыр ине. Пассажирҙар автобус буламы-юҡмы, һуңламаймы икәнен алдан уҡ шылтыратып белеп ҡуйырҙар ине. Әтеү урамда торалар көтөп, автобустың киләме-юҡмы икәнен дә белмәйенсә. Беҙҙең аша билетты ла, хатта, 2 аҙна алдан алып ҡуя алалар. Бына Михайловка, Кинйәбай ауылдары менән эшләйбеҙ. Халыҡ ҡыуанып йөрөй. Ни өсөн частниктар беҙҙең менән эшләргә теләмәй тиһегеҙме? Сөнки билет һатҡан өсөн әҙерәк процентын бирергә тейештәр. Шулай итеп улар аҡсаларын экономлайҙар. Беҙ шул билет һатҡан аҡсаға ғына көн итәбеҙ бит. Әлеге көндә автовокзал аша йөрөүсе кешеләр һаны ныҡ аҙ. Хатта, ул һанды әйтеүе лә ҡурҡыныс. Күмертау автовокзалы бер ниндәй ҙә табыш килтермәй, ҡыҙғанысҡа. Киреһенсә, аҡса ғына түгәбеҙ. Автовокзалдарҙың барыһы ла «Башавтотранс»ҡа ҡарай. Шуға күрә беҙ әле Өфө автовокзалы иҫәбенә йәшәп киләбеҙ. Беҙгә райондан бер ниндәй шәхси эшҡыуар ҙа мөрәжәғәт иткәне юҡ. Әйүпов килде килеүен, әммә ул ҡала-ара маршруты асмаҡсы булып йөрөй ине. Яҡшымбәт маршрутын да тартып алдылар. Ул маршрут менән йөрөүселәр: «Һәр ваҡыт селедка һымаҡ тығылышып йөрөйбөҙ», тип зарланалар. Күмертау автовокзалы менән күп кенә частниктар килешеү буйынса хеҙмәттәшлек итә. Мәҫәлән, Өфө-Ырымбур маршруты менән 10 йыллап бергә эшләйбеҙ. Улар беҙҙең аша пассажирҙарҙы күп йыябыҙ, тип шатланып ҡына тора.
Тиҙҙән беҙҙең эштәр ҙә яйланып китер әле, тип ышанам, сөнки БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та элекке маршруттарҙы тергеҙергә кәрәк, автобустар легаль рәүештә йөрөргә тейеш, тине. Шундай легаль булмаған, бер ниндәй хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәгән туҡталыштар ҙа булырға тейеш түгел. Шулай уҡ Көйөргәҙе районы хакимиәтенә лә яңы башлыҡ — Юлай Ильясов килде. Күп нәмәне район хакимиәте башлығы хәл итә ала. Шуға күрә, ул халыҡтың был проблемаһын ишетер, ярҙам итер, тигән ышаныс менән йәшәйбеҙ. Автовокзал менән берләшеп эшләү, барыһына ла тик файҙаға ғына буласаҡ.
Автовокзал менән тимер юл вокзалының берләшеүенә килгәндә инде, ул халыҡ өсөн уңайлы булмаҫ, тип уйлайым. Автовокзал урынлашҡан урын бик яйлы, минеңсә. 31-се маршрут та 5-6 минут килеп кенә тора. Тимер юлы вокзалына барам тиһәң, 40-сы маршрутты көтөп алып булмай, ял көндәре бөтөнләй тиерлек йөрөмәй. Ундай берләшеү халыҡҡа бер нәмә лә бирмәйәсәк. Автовокзалды япһалар, пассажирҙар өсөн уңайһыҙлыҡ тыуҙырасаҡтар.