Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
13 Мая 2019, 12:31

Эттәр һәм һарыҡтар

Берәҙәк эттәр темаһы һәр ваҡыт актуаль булып тора. Йыл да ошондай берәҙәк, хужаһыҙ йорт хайуандарын аулау өсөн республика бюджетынан ярайһы ғына ҙур суммала аҡса бүленә. Быйыл районыбыҙҙың эт, бесәйҙәрен аулау буйынса тендерҙы Күмертауҙағы шәхси эшҡыуар Дмитрий Жарков отто. Уларға район буйынса эйәһеҙ йөрөгән 420 этте һәм 150 бесәйҙе аулау бурысы ҡуйылған. Быйыл уларға беҙҙең район эттәре өсөн генә 552 214 һум һәм бесәйҙәре өсөн 130 440 һум аҡса бүленгән.

Эт – кешегә дуҫ, тип әйтергә яратһаҡ та, һуңғы ваҡытта дүрт аяҡлы тоғро дуҫтарыбыҙ дошманға әүерелә барған кеүек. Урамдарҙа берәҙәк эттәр һаны артып ҡына ҡалмай, уларҙан зыян күреүселәр ҙә булыуы хафаға һала. Ошо көндәрҙә Тимербай ауылының 11 һарыҡ-кәзәһен маһмайҙар ҡорбанға килтергән. Рамаҙан айының башы ғына, шулай ҙа ниңә эттәр Ҡорбан байрамын тиҙләтергә булғандыр, этем генә белһен. Бисараларҙы кешеләрҙең дүрт аяҡлы дуҫтары дошмандарын ҡырған кеүек ботарлағандар. Ауыл кешеләренең һүҙҙәренә ҡарағанда, был йыртҡыстарҙың хужаһы ла бар, тик ниңәлер ул маһмайҙарын бәйләмәй икән. Бына шул арҡала кемдер көҙөн һуйыр малдан, бишбармаҡтан, былауҙан мәхрүм ҡалған. Һабантуй, бесән мәлендә лә һарыҡ ите шәп батып ҡалыр ине, әммә мәленән алда әмәлен тапҡандар мәлғүндәр.

Был мәсьәлә буйынса беҙ Свобода ауылы советы хакимиәте башлығы Сания Сәйетбатталованан һораштыҡ.

- Был хәл буйынса участковый Илдар Юлдыбаев менән Тимербай ауылында булдыҡ. Һарыҡ-кәзәләренә зыян килгән фермерҙар был хәл буйынса бер кемгә лә ҡаршы ғариза яҙмайбыҙ, тиҙәр. Сөнки тәғәйен генә шул хужаның эттәре талаған тип иҫбатлау өсөн шаһиттар юҡ. Ә ауылда йөрөгән башҡа берәҙәк эттәре өсөн дүрт хужаға протокол төҙөнөк. Уларға быға тиклем дә иҫкәртеү булғайны. Ғәйепле кешеләр башҡаса эттәрен ысҡындырмаҫҡа һүҙ бирҙеләр, - тине Сания Миниәхмәт ҡыҙы.
Читайте нас: