Оло Көйөргәҙе йылғаһы бына хәҙер нисәмә йыл инде яҙғы ташҡын ваҡытында, Ҡотлоюл ауылы эргәһендәге үҙәнен ташлап, ағышын үҙгәртә йәғни туғайҙың аръяғынан аға. Шул арҡала ауылдағы ҡоҙоҡтарҙа һыу кәмей, йылғаның ауыл янындағы үҙәнендә ҡырсын ғына ятып ҡала. Яҡшымбәт ауыл хакимиәте, йыл да һыу ҡайтҡанын көтөп, уны быуып ҡарай ҙа ул, тик яҙғы ташҡын үҙ эшен эшләй. Был баш бирмәҫ шарлатманы нисек итеп ауыҙлыҡларға икән һуң? Район Советы депутаты Ләйсән Аҙнабаева ла Ҡотлоюлдағы һайлаусылары, йәғни беҙҙең менән осрашҡанында, был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙамлашасаҡмын, тип һүҙ биргәйне. Быйыл да шул уҡ хәл ҡабатланырмы икән? Йылдың-йылы аҡсаны тура һәм күсмә мәғәнәһендә һыуға һалғансы нишләп шарлатманы бер быуғанда ныҡлап быумаҫҡа? Шул турала ауыл хакимиәте менән депутатыбыҙ нимә уйлай икән?
Редакция ошо хатты алғас, был мәсьәләнең нисек хәл ителере менән ҡыҙыҡһынып ауыл хакимиәтенә, район Советы депутатына сыҡты.
Яҡшымбәт ауыл хакимиәте башлығы:
- Шарлатма бер ҡотлоюлдарҙың ғына түгел, Үрге Бабалар ауылы халҡының да баш ауыртыуы хәҙер. Йылғаның элекке үҙәнен ташлауы был ауылдың ярҙарын йыуыуға килтерә. Яр йылдан-йыл өйҙәргә яҡынлаша.
Оло Көйөргәҙене элекке үҙәненә төшөрөр өсөн бик күп сығымдар, аҡса кәрәк. Быға силсәүиттең генә түгел, хатта райондың да финанс мөмкинлеге етмәй. Проектын ғына эшләтеү ҙә әллә нисәмә миллион һумға төшәсәк. Беҙ Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына ла сығып ҡараныҡ, хатта элекке министр Һаҙиев, был мәсьәлә менән ҡыҙыҡһынып, йылғаны үҙе килеп ҡараны. Шулай ҙа юғары инстанциялар менән һөйләшеүҙәр алып барасаҡбыҙ. Бәлки, ысынлап та был маҡсатҡа ирешеп булыр. Ә әлегә йылғаны май аҙаҡтарында йә июнь баштарында өмә яһап быуасаҡбыҙ, сөнки халыҡты һыуһыҙ ҡалдырып булмай бит инде.
- Эйе, Ҡотлоюл ауылы халҡы сходта был мәсьәләне күтәргәйне һәм халыҡ йылғаны яҡшылап быуыу мәсьәләһен миңә наказ итеп биргәйне. Ул, дөрөҫөн әйткәндә, бер йылда ғына хәл итерлек мәсьәлә түгел. Бының өсөн район Хакимиәте Башҡортостан Хөкүмәтенә хат менән сығырға тейеш. Әгәр рөхсәт булһа, артабан тейешле документтар әҙерләргә кәрәк. Барыһы ла финанстар менән бәйле.