Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
24 Мая 2019, 15:13

Емерәбеҙ ҙә төҙөйбөҙ...

Үрҙә хужалары булмаған ташландыҡ биналар хаҡында яҙҙыҡ. Әлеге мәҡәләбеҙҙә шул һүҙҙе дауам итеп, Ермолаеволағы элекке кирбес заводы бинаһы хаҡында һүҙ алып бармаҡсыбыҙ. Материалды гәзиткә әҙерләр алдынан иң тәүҙә кирбес заводын үҙ күҙҙәребеҙ менән барып күреп, фотоға төшөрөр өсөн шул яҡтарға юлландыҡ. Элекке заводтың ҡапҡаһы төбөндә беҙҙе ҡарауылсы ҡаршы алды.

Үрҙә хужалары булмаған ташландыҡ биналар хаҡында яҙҙыҡ. Әлеге мәҡәләбеҙҙә шул һүҙҙе дауам итеп, Ермолаеволағы элекке кирбес заводы бинаһы хаҡында һүҙ алып бармаҡсыбыҙ. Материалды гәзиткә әҙерләр алдынан иң тәүҙә кирбес заводын үҙ күҙҙәребеҙ менән барып күреп, фотоға төшөрөр өсөн шул яҡтарға юлландыҡ. Элекке заводтың ҡапҡаһы төбөндә беҙҙе ҡарауылсы ҡаршы алды.

- Ниндәй елле завод ине, вис бөтөрҙөләр. Ана ҡара, нисәмә квадрат метрҙы алып ята. Бына ошо таланған биналарҙы ҡарауылларға, тип ялланылар. Буш түгел инде, әлбиттә, аҙыраҡ аҡсаһын түләйҙәр. Кем түләй тип, Сибайҙағы конкурсный управляющий түләй. Исемен беләм, фамилияһын кем һораған, миңә түләһәләр - булды. Йәлке инде завод, йәлке булмай. Әҙәм балаһы төҙөүҙән туҡтамай, кирбес һәр саҡ кәрәк, ниңә беҙҙең был завод банкрот булғандыр - баш етмәй. Ашханаһы ниндәй шәп ине, хаҡтары ла арзан була торғайны. Ошонда кереп һәр теләгәне ашап сыға ине. Анауында, ана, заводтың йәшелсә һаҡлау склады. Районда склад етмәй, тиҙәр, ә бында ул ташландыҡ ята. Бер нисә рәт инвесторҙар килеп ҡараны, араһында ҡытайы ла булды, нишләптер һатып алманылар, - тигән хәбәрҙәрен теҙҙе завод өсөн борсолған ағай.

Юғарылағы материалда теҙеп сыҡҡан биналарҙың хужалары юҡ, ә был заводтың инде хужалары, хатта, бер нисәү булып сыҡты. Элекке кирбес заводының хужаһы, Өфөлә йәшәүсе яҡташыбыҙ Иршат Аҫылғужин икәнен күптән ишетеп белә инек. Шуға күрә иң тәүҙә биналарҙың артабанғы яҙмышы хаҡында телефон аша унан белешеп ҡарарға булдыҡ.

- Эйе, был биналар хужаларының, йәғни учредителдәренең береһе мин булам. Әлеге көндә кирбес заводын яңынан тергеҙер өсөн инвестор эҙләү эше менән мәшғүлбеҙ. Минең уйымса, бында кирбес кенә түгел, бүтән төрлө халыҡҡа кәрәкле әйбер етештерһәләр, яҡшы булыр ине. Заманында был заводта иң яҡшы продукция сығарыла торғайны. Алға ҡуйған пландарыбыҙ килеп сыҡһа, 80-90 кешегә эш урыны булдырыр инек, - тигән яуап бирҙе беҙгә Иршат Мөхәрәм улы.

Ҡарауылсынан тик исемен генә белә алһаҡ та, Сибайҙағы конкурсный управляющийҙы ла интернеттан эҙләп таптыҡ һәм уға ла бер нисә һорау бирҙек.

- Элекке кирбес заводының банкрот ваҡыты башланғас, мине суд тәғәйенләп ҡуйҙы. Барыһы ла учредителдән тора. Улар инвестор табып, газ һәм һалым бурыстарын түләргә теләйҙәр. Шуға ла мин, уларға ышанып, был мөлкәтте һатмай торам. Тиҙҙән барыһын да хәл итәсәкбеҙ, тип вәғәҙә биреүен биргәйнеләр былай. Ҡыҫҡаса әйткәндә, бурыстарын түләһәләр, ниндәйҙер перспектива бар, түләмәһәләр инде, бөтә булған мөлкәт (биналар) торг аша һатыласаҡ. Әле уларҙың бурыстары — 1 млн. һум. Тағы бер ҡабатлап әйтәм, ул бурысты учредителдәр түләргә тейеш, - тип аңлатты Фәрит Нәбиуллин.

Бына шулай, асыҡлай алғанса, асыҡларға тырыштыҡ элекке кирбес заводы проблемаһын. Тик, хужалары булһа ла, булмаһа ла, биналар һаман да шулай буш тора бирә. Ҡайҙандыр, тиҙерәк, эшлекле генә инвестор килеп, халыҡҡа кәрәкле продукция етештерә башлап, эш урындары асып ебәрһә, ҡайһылай шәп булыр ине лә бит... Тағы әҙерәк көтәйек...
Читайте нас: