Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
24 Мая 2019, 15:16

Уйылып китерлек хәлдәр

Колхоздар пыраң-зараң килде тигәндән, уларҙан һуң ауылдарҙа күп кенә ферма-тимерлек-МТМ-лар, мәктәптәр, башҡа социаль объекттар ябылғандан һуң байтаҡ ҡына биналар буш ҡалды. Күпмеһендер һүтеп бөттөләр, ҡайһыһылар шул көйө, үткән заманға һәйкәл булып, тора бирә. Әле етәкселек һәр район кешеһенән (барыһын да силсәүит белә, тип һылтанырға түгел) тәҡдимдәр көтә. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов: «Башлыҡ булған осорҙа минең янға тик бер генә кеше эшлекле тәҡдим менән килде», - ти.

Колхоздар пыраң-зараң килде тигәндән, уларҙан һуң ауылдарҙа күп кенә ферма-тимерлек-МТМ-лар, мәктәптәр, башҡа социаль объекттар ябылғандан һуң байтаҡ ҡына биналар буш ҡалды. Күпмеһендер һүтеп бөттөләр, ҡайһыһылар шул көйө, үткән заманға һәйкәл булып, тора бирә. Әле етәкселек һәр район кешеһенән (барыһын да силсәүит белә, тип һылтанырға түгел) тәҡдимдәр көтә. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов: «Башлыҡ булған осорҙа минең янға тик бер генә кеше эшлекле тәҡдим менән килде», - ти.

Ҡыҙғанысҡа, күп осраҡта үҙебеҙ ҡыбырлап бармайбыҙ, ҡайҙандыр ситтән килтереп тотторорҙар, тип көтәбеҙ. Бына ошо райондағы ташландыҡ биналар менән нимә эшләргә, ниндәй эшкә егергә була һуң уларҙы? Бөгөн ошо хаҡта яҙмаҡсыбыҙ. Материалды гәзиткә әҙерләгән ваҡытта райондағы ташландыҡ биналарҙың (хужалары булмаған) исемлеген дә ҡулға төшөрҙөк. Уны беҙ һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итмәксебеҙ. Бәлки, ҡапылғара кемдеңдер башында ниндәйҙер шәп идея барлыҡҡа килер ҙә, ул кеше был ташландыҡ бинаның береһенә булһа ла, йән өрөп, икенсе ғүмер бүләк итер, тигән өмөттәбеҙ.

Район буйлап йөрөгән саҡта шундай ҙур ғына биналарҙың етемһерәп ултырыуын күреп, йән әсей. Ҡасандыр гөрләп торған эш урындары йүнсел хужаһын көтөп һаман зарыға.

Яңы Таймаҫ ауылы аша үткәндә лә һәр саҡ буш торған МТМ, пекарня күҙгә ташлана. Уларҙың хәле, артабанғы яҙмышы ла беҙҙе ҡыҙыҡһындырмай ҡалмай. Таймаҫ ауыл советы хакимиәте башлығы Ильяс Юлдыбаевтан белешеп ҡараныҡ.

- Минең иҫәпләүҙәр буйынса, Ялсыҡайҙа - 7, Таймаҫта 5 хужаһыҙ ташландыҡ бина бар. Уларҙың барыһын да арбитраж суд аша еңеп сыҡтыҡ. Июндә срогы сыҡҡас, был объекттарҙың барыһын да рәсми теркәйәсәкбеҙ. Әлегә был биналарҙы һорап килеүсе лә, ниндәйҙер тәҡдимдәр индереүсе лә юҡ. Пекарняға килгәндә инде, уның хужаһы бар. Әллә ҡасан бер фермер һатып алған булған, әммә һаман да ул бина буш тора.

Түбәндә күрһәтелгән 90-лаған колхоз-совхоз мираҫы исемлегенә мәғариф учреждениелары индерелмәгән. Балалар һаны кәмеү сәбәпле, район ауылдарында буш торған белем усаҡтары етәрлек. Был турала район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимованан белешмә алдыҡ. Уның әйтеүенсә, бындай объекттарҙың барыһы ла 2016 йылда уҡ мәғарифтән ауыл советы ҡарамағына тапшырылған. Әммә уларҙың барыһы ла һаман да тулыһынса рәсмиләштерелмәгән. Шуға күрә бындай мәктәп һәм балалар баҡсалары барыбер мәғарифтеке һанала. Тик Шәбағыш силсәүитендәге һәм Яңы Юлдағы мәғариф учреждениелары барлыҡ документтарын тәртипкә килтереп, һатҡандар. Шулай итеп, Яңауыл мәктәбе хәҙер йорт булараҡ файҙаланыла. Бына Яманһарының ике ҡатлы мәктәбен алайыҡ. Унда бер бала ла уҡымай (исеме генә мәктәп). Уның эсендә бөтөнләй мәғариф системаһына ҡарамаған китапхана, ФАП һәм клуб урынлашҡан. Шуға ҡарамаҫтан, был бина һаман да мәғарифтеке һанала. Шулай булғас, бар һалымдарҙы мәғариф түләй, улай ғына түгел, бар бина өсөн яуап бирә. Янғын хәүефһеҙлеге өсөн дә улар яуаплы. Ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуһа ла, мәғарифкә эләгәсәк. Ниндәйҙер аңлап та булмаҫлыҡ, уйлаһаң, уйылып китерлек хәлдәр.

Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов менән дә ташландыҡ биналар тураһында һөйләштек.

- Беҙҙең Яҡшымбәт ауылында ныҡ иҫке фельдшер пункты тора. Уны яңынан тергеҙер өсөн миллионлап аҡса талап ителә. Шуға күрә боҙоп ташлаһаҡ, яҡшыраҡ булыр, тип уйлайбыҙ. Был турала депутаттар менән дә кәңәшләшербеҙ. Беҙҙәге буш торған мәғариф учреждениеларының барыһы ла силсәүит ҡарамағына күсерелгән. Әммә уларҙы һорап килеүселәр генә юҡ. Килһәләр, арендаға булһа ла бирер инек. Ҡотлоюл ауылында ла элекке мәктәп буш тора. Балалар баҡсаһы ла яңы мәктәпкә күсерелгәс, бинаһы бушаны.
Читайте нас: