Был аҙнаның шаршамбыһында район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов эш сәфәре менән тағы ла Яңы Таймаҫҡа барҙы. Ул был юлы ауыл советындағы проблемалы объекттарҙы үҙ күҙе менән күреп, улар менән яҡындан танышты. Бында, ысынлап та, ундай мәктәп, клуб, ФАП, балалар баҡсаһы етерлек. Ҡайһы берҙәре хатта авария хәлендә. Етмәһә, быларҙың өҫтөнә юлдарҙың, күперҙәрҙең насар торошо килеп өҫтәлә. Район башлығы әлеге мәсьәләләрҙән бик тә аптырауға ҡалыуын йәшермәне (Ул турала «Юшатыр» гәзите бер тапҡыр ғына яҙманы түгел күп яҙҙы инде). Барыһын да ремонтлау өсөн бөгөндән үк миллиондарса һум аҡса кәрәк. Ә ул район бюджетында юҡ. Нимә эшләргә?
Беҙҙең халыҡ һаман да элекке өмөт-хыялдар менән йәшәргә ярата: райондан йә республиканан берәй түрә килер ҙә мәсьәлә быйыл уҡ хәл ителер. Ундай замандар үтте шул. Теге йә был объектты ремонтлау өсөн хәҙер маҡсатлы федераль һәм төбәк программаларына эләгергә кәрәк. Улар уңышлы килеп сыҡһа, аҡса буласаҡ. Аҡсаһы булһа, ремонты ла буласаҡ. Ә бының өсөн кәмендә бер нисә йыл ваҡыт талап ителә.
- Ҡәҙерле яҡташтар, һеҙҙең менән осрашҡанда минән һорауҙарығыҙға, үтенестәрегеҙгә аныҡ яуаптар биреремде көтәһегеҙ. Ә ундай яуаптар юҡ. Мин кешеләргә буш вәғәҙәләр бирмәйем. Әйҙәгеҙ, бергәләп төрлө маҡсатлы программа, гранттарҙа әүҙем ҡатнашайыҡ. Нишләптер район быға тиклем уларҙан ситтә ҡалып килгән. Мине, мәҫәлән, Ялсыҡай мәктәбенә газ үткәрелмәүе аптырата. Ә шул уҡ ваҡытта яҡындағы ғына клубҡа газ үткәрелгән.
Хәҙер беҙгә ең һыҙғанып 101 %-ҡа ошо эштәргә тотоноу мотлаҡ. Төрлө йүнәлештәге проект, сметалар төҙөү менән шөғөлләнергә кәрәк, улары өсөн дә аҡса талап ителә. Шунһыҙ һөйләгән һүҙҙәребеҙ буш хәбәр генә булып ҡаласаҡ. Тир, көс түкмәй, тырышлыҡ һалмай тороп барыһы ла ал да гөл булып китмәй - тине.
Ильяс ЮЛДЫБАЕВ, Таймаҫ ауыл советы хакимиәте башлығы:
- Күптән түгел генә район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов һәм район белгестәре ҡатнашлығында Таймаҫта өмә һәм сход үтте. Ул ваҡытта район башлығына проблемалы объекттарҙы ҡарап сығыу форсаты теймәгәйне. Бына әле Юлай Талха улы Таймаҫ ауыл советына тағы килеп, барлыҡ объекттарҙы ҡарап сыҡты, халыҡ менән осрашты. Иң тәүҙә гимназияны ҡараныҡ. Бында газ үткәреү өсөн проект күптән әҙер инде. Ауыл мәҙәниәт йортона косметик ремонт талап ителә. Уның өсөн проект әҙерләй башланыҡ. ФАП менән бәйле проблеманы үҙегеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ. Былтыр уҡ балалар баҡсаһының буш торған өлөшөнә күсерергә уйлағайныҡ ФАП-ты, ул саҡта ата-әсәләр ҡаршы торғайны. ФАП-ты авария хәлендә, тип билдәһәләр, ул бөтөнләй ябылырға мөмкин. Шуға күрә яңынан шул балалар баҡсаһына күсерергә, тип уйланыҡ. Балалар баҡсаһында туҡланыу мәсьәләһе буйынса ла, район башлығы уйларбыҙ, хәл итергә тырышырбыҙ, тине. Был көндө район хакимиәте башлығы Ялсыҡай, Таймаҫ, Яңы Таймаҫ ауылдарының объекттары менән танышып сыҡты. Ялсыҡай ФАП-ы, клубы менән ҡәнәғәт ҡалды. Ялсыҡай клубында иҙәнгә ремонт эшләргә генә кәрәк буласаҡ.