Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
26 Июля 2019, 10:38

Харап булмайыҡ...

Районда 1 июндән «Айыҡ йәй» проекты старт алды һәм ул август аҙағына тиклем дауам итәсәк. Совет заманынан алып эскелек менән көрәшәбеҙ-көрәшәбеҙ, әммә бер ҙә генә алға китеш һиҙелмәй. Кешенең ауыҙын ямап ҡуйып булмай. Эскелекте ауыҙлыҡлар өсөн тағы ниндәй ысул уйлап табырға һуң? Был турала район хакимиәтендә үткән ойоштороу комитетында ла осрашҡан һайын фекер алышалар. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов та интернет селтәрендә: «Райондың төрлө ауылдарында булған саҡта миңә бик күп ҡатындарҙың, әсәләрҙең зарын ишетергә тура килә. Улар һәр бер ауылда тиерлек көмөшкә йәки ялған араҡы һатыусылар булыуы хаҡында илап һөйләйҙәр. Ирҙәр эскелеккә һабыша, бурысҡа сума, пенсияларын эсеп бөтә, ағыуланып үлә, тиҙәр.

Районда 1 июндән «Айыҡ йәй» проекты старт алды һәм ул август аҙағына тиклем дауам итәсәк. Совет заманынан алып эскелек менән көрәшәбеҙ-көрәшәбеҙ, әммә бер ҙә генә алға китеш һиҙелмәй. Кешенең ауыҙын ямап ҡуйып булмай. Эскелекте ауыҙлыҡлар өсөн тағы ниндәй ысул уйлап табырға һуң? Был турала район хакимиәтендә үткән ойоштороу комитетында ла осрашҡан һайын фекер алышалар.

Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов та интернет селтәрендә: «Райондың төрлө ауылдарында булған саҡта миңә бик күп ҡатындарҙың, әсәләрҙең зарын ишетергә тура килә. Улар һәр бер ауылда тиерлек көмөшкә йәки ялған араҡы һатыусылар булыуы хаҡында илап һөйләйҙәр. Ирҙәр эскелеккә һабыша, бурысҡа сума, пенсияларын эсеп бөтә, ағыуланып үлә, тиҙәр.

Ағыу менән һатыу итеүселәрҙең барыһын да иҫкәртәм, яҡшы саҡта үҙегеҙҙең «эшҡыуарлыҡ»ты туҡтатығыҙ. Беҙ барыбер һеҙгә килеп етәсәкбеҙ. Етәр кешенең тормошон боҙорға!» - тип өндәште.

Шулай итеп район хакимиәте был проблема менән көрәшә һәм бер ҙә генә артҡа сигенергә уйламай, көрәштең төрлө алымдарын ҡулланырға тырыша.

Кем ағыу менән һатыу итә, хәбәр ит, тигәнгә оҡшаш акция ла иғлан итте. Ялған араҡы йә көмөшкә һатыусылар тураһында мәғлүмәтле булған һәр кеше хәҙер хакимиәткә был турала шылтыратып йә килеп әйтә ала. Артабан ул үлем менән һатыу итеүсене нимә эшләтергә икәнен хакимиәт үҙе хәл итәсәк.

Шулай ҙа был ғына аҙ, муллалар мәсеттәрҙә вәғәз уҡыһа, ағинәйҙәр үҙ һүҙен әйтһә, юҡ-юҡта силсәүиттәр ҙә халыҡҡа тыҡып торһа, бәлки, араҡыны кәсеп иткән әҙәмдәргә, йәшел йылан менән дуҫ булыусыларға саҡ ҡына булһа ла барып етер ине.

«Юшатыр» гәзитенең интернеттағы төркөмөндә Баймаҡ районы ауылдарына түбәндәге фотоларҙағы плакаттарҙы элеп ҡуйыуҙары хаҡында бик күптән яҙғайны. Ошо идея бигерәк оҡшап ҡалғайны. Бәлки, беҙгә лә клубҡа, магазинға, бағаналарға, йә башҡа халыҡ күберәк йөрөгән ерҙәргә аҡайтып яҙып ҡуйырға кәрәктер. Араҡы алырға тип һуңғы тиндәрен шылтыратып китеп барғандарҙың береһе булһа ла, ошо яҙыуҙы күрһә, уйланып, кире боролор, тип ышанабыҙ. Әлеге лә баяғы Совет заманын хәтергә төшөрһәк, ул ваҡытта һәр ерҙә, ҡыҙыл мөйөштәрҙә төрлө лозунгылар тулып торҙо. Ҡоро әрләү, ҡабат-ҡабат әйтеү генә барып етмәйҙер кешегә, бәлки, ошолай итеп халҡыбыҙ әйтем-мәҡәлдәрен ҡулланып плакаттар яҙып ҡуйыуҙың берәй файҙаһы тейеп ҡуйыр? Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, һеҙҙең ниндәй тәҡдимдәрегеҙ бар, хөрмәтле гәзит уҡыусылар? «Эсһәң шарап – эшең харап!», тигәндәй, харап булып ҡуймайыҡ...


Читайте нас: