Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
17 Сентября 2019, 14:34

Ҡоролоҡ ҡына ғəйеплеме?

Ауыл хужалығындағы быйылғы күңелһеҙ хәлдәр өсөн бер тәбиғәт кенә түгел, ә беҙ, кешеләр, ҙә ғәйеплебеҙ.

Беренсенән, бәләкәй йылғалар, шишмәләр таҙартылмай, тәрбиәләп ҡаралмай. Икенсенән, баҫыуҙарҙы хәҙер яңы технологиялар ҡулланабыҙ тигән булып һабан менән һөрмәйбеҙ. Өсөнсөнән, ҡар, ҡар һыуҙары тотмайбыҙ. Дүртенсенән, быуаларҙы тик балыҡ тотор өсөн генә быуабыҙ. Бишенсенән, мелиорация менән бөтөнләй шөғөлләнмәйбеҙ.

Ерҙе һабан менән һөрөү тик «Ватан» ауыл хужалығы кооперативында ғына башҡарыла. Һәм ул хужалыҡ шуның менән ота ла, тип уйлайым. Улар, етмәһә, тик элиталы орлоҡ ҡына сәсә. Быйыл был хужалыҡ арыштан урыны менән гектарынан 25-30 центнер уңыш йыйып алды. Һаламын йыйып алып, һөрөп тә ҡуйҙылар. Был хужалыҡтың етәксеһе һәм командаһы - уңған, эшлекле, эшһөйәр кешеләр. Бөтә яҡлап булдыралар. Колбаса ла, ҡаҙылыҡ та етештерәләр. Ҡыҫҡаһы, был хужалыҡ рентабелле эшләй. Уның етәксеһе Ғәйнетдин Ғәзиз улы Мөхәмәтов «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ, тип уйлайым.

Быуалар районда етерлек. Тик эш шунда: улар балыҡ тотоу, һыу инеү өсөн генә тәғәйенләнгән. Ни эшләп ошо быуалар эргәһендә йәшелсә баҡсалары сәсмәҫкә һәм һуғарыулы үләндәр үҫтермәҫкә? Миҫал өсөн заманында беҙҙең Яҡуп ауылында йәшелсә баҡсаһы бар ине. Шул баҡсала үҫкән ҡыяр, помидор, һуған, кәбеҫтә колхоз өсөн табышлы ине, һәм ул колхозсыларҙы ла туйындырҙы, тиһәк, һис тә, хата булмаҫ. 1975 йылда Санйын йылғаһы эргәһендә быуа яһап, 1975 йылда 100 гектарға көстөрә (костер) үләне сәстеләр, торбалар һуҙып, быуа эргәһенә насос ҡуйып, мелиорация эшен башлап ебәрҙеләр. Һәм ошо баҫыуҙан йыл һайын 4000-5000 центнер туҡлыҡлы бесән әҙерләй инек. Фермаға ла яҡын: 1 саҡрым самаһы ғына. Ара яҡын тип тормай бесәнде ферма эргәһенә ташып өйөп ҡуя инек.

Бер йылды, 1984 йылда, 14 мең 500 центнер бесән әҙерләнек. 5000 центнеры һуғарыулы баҫыуҙан ине. Икенсегә шул көстөрә үләнен саба башлаған инек, бригада идарасыһы, бесән етте, кәрәкмәй, хәҙер ер һөрөргә, һаламды таҙартыр кәрәк, тип йыйҙырманы. Ошо йылды бесән әҙерләү буйынса бригада подряды тигән хеҙмәт ысулы уйлап сығарҙылар. Уның асылы нимәлә? Совхоздан - яғыулыҡ, запас частәр, беҙҙән - эш. Кем нисек эшләй, шуға ҡарап КТУ ҡуя инек. КТУ нимәне аңлата? Коэффициент трудового участия, йәғни хеҙмәттә ҡатнашыу коэффициенты. Кем насар эшләй, шул 0,5 менән баһалана. Кем эшкә сыҡмай, шуға 0 балл. Беҙ 9 механизатор инек. Бөтәбеҙ ҙә 10 мең центнерға йөкләмә алғайныҡ, үтәнек. Тик беҙҙе совхоз етәкселәре алданы. 10 мең центнерҙан артһа, икеләтә хаҡ һәм премия була, тигәйнеләр, әйткән һүҙҙәрендә торманылар. Беҙҙең халыҡ тиҙ ышанып барыусан бит ул. Ни өсөн түләмәнеләр? Сөнки килешеү ҡағыҙы юҡ ине. Ҡыҙғаныс, ошо яҡшы бригада подряды алымын ҡулланыу туҡтатылды. Беҙҙе совхоз етәкселәре алдамаһа, ул эште дауам итер инек.

Яҡуп ауылы фермаһында ғына йылына ҡарап 1800-1900 баш һыйыр малы һәм 150 баш йылҡы була торғайны. Һауын һыйырҙары ғына 500-550 баш ине. Ауыл халҡыныҡы 350-400 баш һыйыр малы, 1200-1300 баш кәзә-һарығы. Хәҙер ошо хәтлем мал-тыуар булһа, нисек аҫырар инек икән? Бөгөн килеп кешеһе лә юҡ уларҙы ҡарарға. Туғайҙар ҙа эшлектән сыҡты. Урта Мотал туғайынан 18-20 кәбән бесән сыҡһа, хәҙер унда бер нәмә лә үҫмәй тиерлек. Васильевка туғайының яртыһы эшкинмәй. Яҡуптағы Оло туғай тигән ерҙең яртыһынан күберәгендә теләһә ниндәй үлән үҫә. Сәбәбе - туғайҙарҙы һаҡламайбыҙ, һаҡлай белмәйбеҙ. Бесәнен сабып алабыҙ ҙа һыйыр малы төшөрәбеҙ. Элек, икенсегә ҡурпыһын сапайынса тороп, йылҡы малын да төшөрмәй инеләр.

Йылғалар ҙа һайайҙы, Көйөргәҙе йылғаһы бер метрға аҫҡа төштө.

Ҡыҫҡаһы, шишмәләрҙе таҙартырға, ерҙәрҙе һабан менән һөрөргә, сәсеү әйләнешен теүәл үтәргә, туғайҙарҙы һыйыр малынан тапатмаҫҡа, быуаларҙы дөрөҫ файҙаланырға, мелиорация эшен яйға һалырға кәрәк. Күберәк люцерна, көстөрә, эспарцет үләндәре сәсеүгә иғтибарҙы арттырырға тейешбеҙ. Ошо талаптарҙы үтәмәһәк, бесәнһеҙ ҙә, ерһеҙ ҙә ҡаласаҡбыҙ. Быларҙы теүәл үтәү өсөн Хөкүмәттең ауыл хужалығына финанс ярҙамы һәм дә ауылдарҙа шуларҙы аңлаған ысын ер кешеләре булыуы кәрәк.

Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ

Яҡуп ауылы
Читайте нас: