Ҡала хакимиәте хужалыҡ бүлеге етәксеһе Дмитрий Гаврилов юл мәсьәләләренең хәл ителеше менән бер аҙ таныштырып үтте. Уның әйтеүенсә, Шоссе урамына 2016 йылда ремонт яһалған булған. Ремонт эштәрен башҡарған подрядсының, килешеү буйынса, әле лә гарантияһы үтмәгән. Күмертау хакимиәте был һорауҙы күҙәтеүҙә тота.