Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
1 Декабря 2020, 18:00

Ауыр мираҫ

Йылдарға һуҙылған бөтәшмәҫ яра - Ермолаевоның спирт заводы. Район яҙмышы тураһында ниндәй генә һүҙ башлама, мотлаҡ ошо заводты телгә алырҙар, байтаҡ кешене һүгеп ташларҙар, баштарын сайҡарҙар, өмөттәре һүнгән ҡараштарын шул завод яғына йүнәлтерҙәр ауыр уфтанырҙар...

Ситтән ҡарағанда тик ултырған һымаҡ, бәлки, тойолалыр, ә эштең туҡтағаны юҡ. Урындағы менталитет та аяҡ сала. Районда бер нисә эре, көслө һаналған хужалыҡ бар, беҙ уларға тәҡдим иттек: бергәләшеп, ошо заводты алығыҙ, йөҙәр миллион һалығыҙ һәм ул ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртә башлаясаҡ. Үҙегеҙ үҫтергәнде үҙегеҙ ошонда эшкәртәсәкһегеҙ. Был һәйбәт идея, тик ул килеп сыҡманы – һәр береһе үҙен генә уйлай, танауҙан арыһын күрмәй. Әгәр хужалыҡтар ошо эште башлап ебәрһә, республика етәкселеге лә күрер ине ниәттәрен, төрлө программалар ярҙамында, капитал да йәлеп итеп булыр ине. Әлегә хәлдәр ошолай. Нимә әйтергә була, иллеләп инвесторға мөрәжәғәт итеп тә, илле беренсеһе килергә риза булһа, был беҙҙең өсөн еңеү буласаҡ, - ти район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ, инвестициялар буйынса урынбаҫар вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Роман Осокин.
Тулы материал 96-сы һанда сыҡты.
Читайте нас: