Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
30 Января 2021, 17:15

«Сит ерҙәрҙең ҡурайы юҡ»

“Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй, ир-егеткәй менән ат башы» - был йыр беҙҙең йыр, күңелгә, бар булмышыбыҙға инеп ултырған йыр. Ир-аттың күргәне, маңлайына яҙылғаны шул: ете ят ерҙәргә барыу, илде һаҡлау, дан килтереү. Тик әлеге заманда мәшһүр «Азамат» ыбыҙ башҡараҡ мәғәнәлә яңғырай.

Беҙ Аҡһарылағы, ғаилә тотҡаһын нисек алып ҡайтырға белмәй аҙапланған туғандарына шылтыратып, ҡайғыларын уртаҡлаштыҡ, әйтер килешле һүҙҙе, дөрөҫөндә, таба алманыҡ. Күктәргә генә ялбарабыҙ (башҡа ялбарыр кешебеҙ юҡ): үҙ илендә солтан була алмай, сит ерҙәргә олтан хәленә ҡалған ирҙәребеҙҙе, аҫыл аҙаматтарыбыҙҙы һаҡлай күр берүк. Уларҙың хәлен еңеләйт тә тыуған ерҙәрендә зарығып көткәндәрҙе тилмертмә, ҡайғыларға һалма. Материал ауыр яҙылды, ҡалай яҙһаң да килешмәҫ кеүек, ҡолаҡ эсендә, етмәһә, “Азамат” яңғырап-яңғырай:
Сит илдәрҙә күп йөрөнөк,
Ваҡыт түгел микән ҡайтырға.
Йөрөгән ерҙең ҡурайы юҡ,
Күргәндәрҙе көйләп тартырға.
Тулы материал гәзиттә баҫылып сыҡты.
Читайте нас: