Халыҡ менән күҙгә күҙ ҡарашып һөйләшеү, кешенең аһ-зарын тыңлау практикаһы бөгөн дә дауам итте. Интернет аша вазифалы кешеләр халыҡ биргән һорауҙарға яуап бирергә тырышты.
Һүҙҙе башлап, Юлай Ильясов алдан уҡ әйтеп ҡуйҙы – кешене иң борсоғаны юлдарҙа асфальт булмауы, интернет юҡлығы һәм пандемия. Баш табип О. Астаховҡа һүҙ бирелгәс тә (ул аҙаҡҡы йылдарҙа йыш алғы планға сыға – коронавирус), районда һәммәһе 415 кеше сирләне, тине, күбеһе һауыҡты. Вакциналар килде, булғанын һалдыҡ. Зәк-Ишмәткә, Михайловкаға иртәгә сығабыҙ, вакцияна һалыу өсөн, тине табип. Кешене Ермолаевоға ташып йөрөгәнсе, үҙебеҙ барғаны яҡшы. Бына бәлә: яҡшымбәттәрҙән бөтәһе лә прививканан баш тартҡан – районда бындай дыумал силсәүит берҙән-бер. Юнир Сынбулатов был турала беренсегә ишетәм, эшкә яңы ғына сыҡтым, хәлде белешкәс, хәбәр итермен, тине.
Вакцинаның бер флаконы биш кешегә тәғәйенләнә, биш кеше йыйылмаһа, флаконды асмайҙар (пятым будешь, тигән кеүек була икән), быныһы ла мәсьәлә. Халыҡ та бик белмәй икән вакцинация барғанын. Ҡолаҡҡа элделәр быныһын да.
Ленин ауыл башлығы ОРВИ менән сирләгәндәргә привика яһарға яраймы тип белеште. Яуап ҡыҫҡа булды: Юҡ.
Коронавирусҡа бәйле һүҙҙәр ошоноң менән бөттө.
Ауылдарҙан килгән һорауҙарға күселде. Интернет буйныса. Ҡасан була тип һорағандарға : 2021 йылда Яңы Муса, Иҫке Мораптал, Молокан, Ҡансыра, Ҡунаҡбай ауылдарына үтәсәк. Социаль учреждениеларға үткәсәк. Быныһы әллә күпме ауылдарға инәсәк. ФАП, клубтар тураһында һүҙ.
Яңы Мусала интернетты былтыр уҡ вәғәҙә иткәйнеләр, декабрҙә үк була тип. Түҙемлерәк булығыҙ, кем һеҙгә вәғәҙә биргәндер белмәйем, әле әйтәм: быйыл була, тип һүҙҙе ҡоро тотто Ю. Ильясов.
Асфальт буйынса. Яманғолға ҡырсын түшәйбеҙ тип һүҙ бирҙем, һүҙемдә торманым, ғәфү итегеҙ, быйыл мотлаҡ, ҡар иреү менән тотонабыҙ, тине Юлай Талха улы.
Ремонтҡа килгәндә, Ермолаево – Маяҡ, Түбәнге Баба – Маяҡ юлдары ремонталанасаҡ, аҡса булһа, күберәк ремонтларбыҙ.
Автобустар маршруттары - ауыртҡан ер. Анализ буйынса, автобустар менән хәлдәр тағы лаауырлашҡан. Элек пассажирҙарҙы 3 ойошма йөрөтә ине, хәҙер -1. Элек 46 ауылға автобус йөрөһә, әле 31 ауылға ғына йөрөй. Башавтотранс менән дә, Хөкүмәт менән дә һөйләшеүҙәр алып барыла, артабан хәлдәр яҡшыртырға тырышырбыҙ, тип вәғәҙә бирҙе властар
Свободаларҙы урамдарҙы яҡтыртыу боросой. Урамдарҙы яҡтыртыу программаһы хәҙер юҡ, тинеләр, шулай ҙа берәй төрлө юлын ҡарарбыҙ.
Бахмут, Покровканан сүпте өс аҙна буйы сығармайҙар икән. Ә аҡсаны алалар. Ниңә улай?
Эко –Сити яуап тотто: машина килгән, тоҡтарҙы ғына алып киткән икән, буран булғанмы, ел булғанмы, һыуыҡ булғанмы – сүпте алып китә алмаған.
Нурия Шәрипова, хәл ысынлап та шулаймы? Барыһы ла яҡшы, хәл итербеҙ. Клубта пожар сигнализацияһы юҡ, был да Бахмут.
Эйе, сигнализация юҡ, смета төҙөрбөҙ, булыр. Спорт майҙансығы кәрәк мәктәпкә. Заяка бирһендәр булыр,- мәғариф бүлеге шулай тип тынысландырҙы.
. Муса – Таймаҫ юлына асфальт буламы? Әйттек бит инде бер тапҡыр. Өс йылға контракт һуҙыла, Былтыр һалдыҡ. Быйыл тағы 1,5 км һалынасаҡ, ҡалғаны киләһе йылда. Яңы Таймаҫ мәҙәниәт йортоноң тупһаһы ҡот осмалы ла баһа, инәйҙәр тәгәрәп төшә, уны нимә эшләтәбеҙ?(Юшатыр был турала әллә нисә яҙҙы). Ләйсән Нуриәхмәтова һүҙгә ҡушылды: - Смета бар, мәҙәниәт министрлығына ебәрҙек, көтәбеҙ. Яҡупҡа автобус йөрөмәй, йәйәү тәпәйләйекме? Альбина Искәндәрова шулай борсолдо. Бая әйттек бит, бәлки, булыр, хәл итәбеҙ бит.
Отрадалар: малды трасса аша сығарып булмай, тип яр һала. Бында ла яуап шулайыраҡ: хат ебәрҙек, көтәбеҙ. Ҡышын сүпте аҙ ташыйҙар, бәлки,машиналар йыш йөрөмәһен,ә? Аҡса ла янда ҡалыр ине. Фекер һәйбәт, тик нисек килеп сығыр белмәйем, тин район башлығы. Юғарыла әйтеп ҡарармын.
Зәк-Ишмәттәр ҡалала ҡан алыу ваҡытын һуҙып булмаймы, автобус менән килеп өлгөрмәйбеҙ, тип борсола. Баш табип: был турала уйларға була тине, бәлки, ваҡытты һуҙырбыҙ. Яңы ФАП ҡуйҙығыҙ, рәхмәт, шунда физкабинет ҡуйып булмаймы, тип һораны зәктәр. - Юҡ.
Яҡутта сүп аҙ, аҙыраҡ килһендәр ине, тип шәп тәҡдим керетте бер рационализатор.
Әйтеп ҡарармын, тик тыңлаусы булырмы икән, - район башлығы ҡулдарын йәйҙе. Берәҙәк эттәрҙе бер тотҡас, ниңә кире ебәрәләр? Закон шулай, ҡалайтайыҡ. Приютҡа нисек бирергә уларҙы, этте приютҡа тапшырған өсөн дә аҡса һорайҙар, ә беҙҙә аҡса юҡ. Мораптал дауаханаһына педиатр кәрәк. Нисәмә йыл был проблема хәл ителмәй. Бер кешене күндерә яҙҙыҡ, торлаҡ бирәбеҙ, подъемный бирәбеҙ тинек, тик барыбер ҡасты. Бер ҡыҙ бар, әле уҡып йөрөй, уны тоторға тырышабыҙ. Яҡшымбәттәргә лә газель килмәй икән, йәнә һорау Башавтотрансҡа, тик улар юҡ, еткерерҙәр, кем белә, бәлки, ишетерҙәр.
Пенсияны элек 44 мең ала инем, хәҙер 42 мең алам. Путин пенсияны күтәрәм, ти, ә ысынында? Пенсия фондына мөрәжәғәт итербеҙ, ниңә кәмене икән, аптыраҡ. Яҡупҡа участковыйҙың килеп тә урағаны юҡ, ниңә улай? МВД-ға әйтербеҙ, - тинеләр, - бәлки, килә башлар. Ермолаевоның Чкалов урамында ныҡ һаҫыҡ, канализация юҡ, эшләйһегеҙме шуны берәй ҡасан?
Күпер емерек, балалар йөрөй унан, ҡурҡыныс. Бында ла яуап шәп яңғыраны : быйыл ике күперҙе ремонтлайбыҙ. Зыярат юлына ҡырсын һалаһығыҙмы – һалабыҙ,
Мәмбәтҡолда 30-лап эт сабып йөрөй, тине Ленин ауылы башлығы. Бөгөн унда барҙым, машинан төшөргә ҡурҡып ултырҙым. Талап ташлаһалар. Ул эттәр менән нимә ҡылырға? Ветеринарҙар был хәлде ҡәләменә алды. Эттәр менән берәй әмәлен табырбыҙ.
Яҡуптағы «Айгөл” балалар баҡсаһының да үтенесе бар. Уларға балалар майҙансығы кәрәк. Уйларбыҙ, тинеләр.
Яҡупта клуб юҡ, иҫке бинаны бирәбеҙ тинеләр ҙә оноттолар, беҙ ҡайҙа күңел асайыҡ?.
Юнир Сынбулатов яуап тотто:
Бер бина бар, силсәүит уны үҙенә алды, реаль эштәр буйынса уны ремонтлайбыҙ һәм быйыл Яҡупта айырым яңы клуб булыр, тип уйлайым. Эко Сити кеше йәшәмәгән йортҡа квитанция ебәрә, тип яҙа керәүлеләр, справка алып барҙыҡ, файҙаһыҙ, барыбер аҡса таптыралар. Яуап бында ла ҡалыптағыса: тикшерербеҙ, сараһын күрербеҙ.
Түбәнге Бабанан бер апай бәйләнешкә сыҡты:
Иң йыраҡ ауыл районда беҙ. Арбаңды ҡыш әҙерлә, ти халыҡ. Магазиныбыҙ ябылырға тора, ярар, Октябрскийға юл бар әле, Күмертауға автобус йөрөмәй. Яҙын, Октябрскийға юл өҙөлһә, беҙ утрауҙа тороп ҡаласаҡбыҙ. Автобус йөрөтөү убыточный тиһегеҙ, улай түгел, был иҫбатланмаған. Мең һум тора такси, үҙегеҙ һанағыҙ, әйләнгән һайын мең һумды нисек түләргә? Фельдщер ҡайтып китәм ти. Юнир Сынбулатов егәрлелеге арҡаһында клуб булды, тик уға ла ярҙам кәрәк. Клубты йыһазландырырға ярҙам итегеҙ. Беҙгә майҙансыҡ та кәрәк. Балаларға уйнарға. Магазин йылытылмай, зарплата аҙ, эшләргә кеше юҡ. Рәхмәт, ишеттем һеҙҙе, хәл итергә тырышырбыҙ, бәлки, автолавка ебәрербеҙ, - Башлыҡ шулай тип тынысландырҙы һорау биреүсе апайҙы. Бөгөнгө асыҡтан-асыҡ һөйләшеү шулай тамам булды. Артабан тағы була. Унда ниндәй һорауҙар булыр – яҙырбыҙ. Тик нимәлер эстән өндәшә –һорауҙар шул уҡ булыр һымаҡ.