Һарыҡ үрсетәм тип янып йөрөнөм, шәпләнеп китеп, инвестчаста ла булдым, файҙаһы - ноль. Береһе лә, давай тип, ярҙам итмәне. Тиҙерәк һөйлә ти? Һин аңлаһын өсөн тәфсирләп һөйләйем. Ҡыҙма. Ҡыҫҡаса шул: мәҙәниәт министры менән ошолайыраҡ һөйләштек. Элекке интернат бинаһына күсһендәр барыһы ла бергә, теге ике ҡатлы буш мәктәпте нимә тип файҙаһыҙға йылытып ятырға. Был интернатты ремонтлап алырға (1,5 миллион һум кәрәк яҡынса) һәм, әйҙә, рәхәтен күрһендәр. Был тәҡдимгә нисек ҡарайһың? Шәп бит?