АУЫРТҠАН ЕР
14 Март 2021, 05:34

Артһа ла арта, кәмеһә лә арта

Яҙ етеү - яңырыу ул. Һүнә яҙған өмөттөр кире ҡабына, ышаныс арта торған мәл. Тик яҡшылыҡҡа инанып, яҡшы яңылыҡтарға ымһынып йәшәйбеҙ. Март уртаһы үҙенең яңылығын килтереп һалды: бензинға хаҡ артҡан.

Февралдә генә арттырғайнылар ҙа баһа, 21-ндә 30 тин өҫтәгәйнегеҙ һәм бына тағын. Тағы ла 30 тингә арттырғанһығыҙ. Иҡтисад ҡанундарын бик белеп етмәгән кеше өсөн ниңә яғыулыҡҡа хаҡты арттыралар икәне ҡараңғы, хәйер, иҡтисад фәне буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған ғалим өсөн дә бик аңлашылмайҙыр - нефткә хаҡ кәмеһә, бензинға арттыралар, нефттең хаҡы төшә - унда ла арттыралар. Һәр саҡ бер төрлө аңлатыу: артты ла баһа, шуға арттырабыҙ, кәмене лә баһа, шуға өҫтәйбеҙ. Аңламайбыҙ барыбер. Шуны ғына яҡшы беләбеҙ: бензинға хаҡ артты, тимәк, бөтөн нимәгә лә артты.
Читайте нас