Юшатыр
+19 °С
Дождь
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
АУЫРТҠАН ЕР
29 Марта 2021, 04:44
Күҙ буяу буламы?
"Ул һуғыш балаһы тигән знак кемгә кәрәк инде, был закондан бер файҙа ла булмаһа, ул знактарын үҙҙәре тағып йөрөһөндәр". P.S. Башҡортостанда һуғыш балалары тип 189 155 кеше һанала, шуларҙың 93%-ы льгота ала. 13 240 һуғыщ балаһы ғына льготаһыҙ, тимәк, ошолар ғына әлеге социаль түләүҙәргә лайыҡ буласаҡ. Был турала тулыраҡ гәзиттә була.
Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ, Яҡуп ауылы:
- Балалыҡтан да сығып етмәй, 15 йәшемдә тракторға рүлгә ултырып, тир түгеп, ас-яланғас, серек кәртүф ашап, балалыҡты ла күрмәй, яфаланып үҫтек. Был түләүҙәр, хөкүмәттән ярҙам була икән тип ҡыуанып ултыра инек әле. Әлеге көндә Яҡуп ауылында көн итәбеҙ. 91 йәшлек ҡайнағам да, ҡатыным да инвалидность алалар. Береһен коляскала йөрөтөп ҡарайым, икенсеһен күтәреп йөрөтәм. Әгәр ҙа дөрөҫ булып, хөкүмәттән берәй төрлө льгота алған һуғыш йылы балаларына был түләү ҡаралмаған икән, тимәк, уларға булмай тигән һүҙ, булһа шул миңә булыр, уныһы ла икеле. Был йәнә күҙ буяу ғына булып сыға түгелме һуң. Ул һуғыш балаһы тигән знак кемгә кәрәк инде, был закондан бер файҙала булмаһа ул знактарын үҙҙәре тағып йөрөһөндәр.
P.S. Башҡортостанда һуғыш балалары тип 189 155 кеше һанала, шуларҙың 93%-ы льгота ала. 13 240 һуғыщ балаһы ғына льготаһыҙ, тимәк, ошолар ғына әлеге социаль түләүҙәргә лайыҡ буласаҡ.
Был турала тулыраҡ гәзиттә була.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"