АУЫРТҠАН ЕР
3 Апреля 2021, 05:44

Һуғыш балалары - йөрəк яралары

Фəүзиə ХӨСƏЙЕНОВА, Ялсыҡай ауылы:- Мин үҙем, 1931 йылғы, Алла бирһə, йəйгə 90 йəшем тула. Бөгөнгө көндə хеҙмəт ветераны булып, миҙалдар менəн бүлəклəнеп ҡыуанып ултырам. Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығы билдəлəгəндə, хөкүмəттəн ярҙам итеп ауылыбыҙҙан 4 кеше 50-шəр мең һум аҡса алдыҡ. Өйөмə тəҙрəлəр ҡуйҙырып ҡалдым, шуға күрə əгəр яңы закон буйынса ярҙам ҡаралған икəн, баш тартмай, ҡыуанып алабыҙ инде.

Пенсияны ваҡытында, өйөмə килтереп бирəлəр, ҙур рəхмəттəремде əйтеп, риза булып ултырам. Һуғыш йылы балалары күргəн ҡурҡыныс яҙмышты хəҙерге балаларға күрергə яҙмаһын инде. Һуғыш бөткəндə мин беренсе класты ғына бөткəн инем. Ауыр бала сағым һаман хəтеремдə, тормоштоң əсеһен дə сөсөһөн дə татып, ас-яланғас үҫтек. Уҡытыусыбыҙ менəн баҫыуҙарҙа башаҡ йыйып, шунан үлсəп тапшырғаныбыҙ хəтерҙə. Беҙҙең заманда, балаларға ололарҙы хөрмəт итергə, ихтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тип өйрəтеп үҫтерҙелəр. Был закон ҡабул ителһə, һуғыш йылы балаларына ҡылған яҡшылыҡтары, илгə килтергəн файҙалары өсөн ҙур ярҙам, ихтирам булыр ине тип уйлайым.
Тулы материал үткән һанда сыҡты.
Читайте нас