АУЫРТҠАН ЕР
8 Апреля 2021, 09:08

Барыһы ла яҡшы булыр

КХЛ уйындары дауам итә. Ҡыҙғанысҡа, беҙ был сезондың ишеген шапылдатып яптыҡ.

Яратҡан командабыҙ Салауат мәсхәрә итте, инде генә, ҡыҙышып, телевизор ҡаршыһына ултырһаҡ, бөттө лә ҡуйҙы. Finita la comédie.
Салауат Юлаев КХЛ-да уйындарын туҡтатһа ла, сезонды япманы, ил буйлап сәйәхәт итә. Төрлө ҡалаларҙа сығыш яһай. Бына Ишембайға ла килгән, иң тоғро көйәрмән булараҡ, Сибәғәт Рахманғолов был тамашаға бармай ҡалмаған, яҡташы Р, Әмировты ҡосаҡлаған (эстән генә: их, Родион, тип уфтанған), тренер Лямса менән дә ҡушарлап фотоға төшкән. Томины, ысынында, күҙен дә астырмай, әрләргә кәрәк ине лә... Ҡунаҡ бит, тыйылған.
Сибәғәт Ғибәт улының, нисек кенә булмаһын, кәйефе күтәренке булған - яратҡан хоккейсылары килде, етмәһә, күҙҙең яуын алып һомғол буйлы матур ҡыҙҙар бейей - барыһы ла яҡшы булыр, алдағы сезонда, бәлки, көйөнөргә ирек бирмәҫ был егеттәр.
Читайте нас