АУЫРТҠАН ЕР
23 Апреля 2021, 03:13

Эт бәләһе

Марина Букреева, Ермолаево ауылы ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы:- Учалыла булған хәл барыбыҙҙы ла һеңгәҙәтә һуҡты. Ни булһа ла беҙҙә силсәүит ғәйепле. Эттәр аулаға бүленгән аҡса тотонолмаған тиҙәр, беҙ һәр саҡ заявка биреп торабыҙ, Закондарҙы әҙәмсә итһендәр ине тәүҙә. Яңы ҡанундар уйлап таптылар ҙа, әйҙә, беҙ яфаланабыҙ. Элек ветеринарияға барып ағыу ала инек тә, хәүефле эттәрҙе ағыулай инек. Был алымдың эффектлығы булды. Хәҙер бына аптыра ла ултыр, кемделер, ҡайҙалыр эт тешләһә, беҙ ғәйепле.

Нурия Шәрипов, Бахмут ауылы ауыл биләмәһе башлығы:
- - Учалыны уйлап, нисәмә төн йоҡлай алған юҡ. Ҡот осҡос фажиғә. Бала ныҡ йәл, икенсе яҡтан, ауыл башлығы ла йәл. Үҙем башлыҡ булғас, әтнәкәләрен яҡшы беләм. Эттәрҙе йыл әйләнәһенә аулайбыҙ, заявкалар бирәбеҙ, улар кәмейме – юҡ. Ана, урман буйлап сабышып йөрөйҙәр. Подрядсы тота ла, бесә лә ебәрә. Эт ғүмере 20 йыллап, тимәк, ҡартайып үлгәнсе ошонда берәҙәк булып йөрөй. Һәр эткә ҡарауыл булып тора алмайбыҙ ҙа.
Тулы материал бөгөн гәзиттә сыҡты.
Читайте нас