АУЫРТҠАН ЕР
28 Апреля 2021, 07:49

Күрәбеҙме, юҡмы?

Күрше Ырымбур өлкәһендә был льготалар менән күптәндән ҡулланалар. Барыбыҙ ҙа бер Рәсәйҙә йәшәмәйбеҙме ни ул? Ҡорбанғәли Сөләймәнов яҙыуынса (3 апрель, 2021 йыл, “Юшатыр”ҙың 27-се һаны) был статусты үҙҙәренең муйындарына тағып йөрөһөндәр.

Күрәбеҙме, юҡмы?
Күптән түгел телевизорҙа, гәзиттәрҙә һуғыш балаларына льготалар булыуы хаҡында тураһында һөйләнеләр, яҙҙылар. Хәбәр тараттылар ҙа оноттолар.
Беҙ, һуғыш балалары, хәҙер 80 йәште түгел, ә 90-ды ваҡлайбыҙ. Был хәбәр таралғас, конкрет хәл итмәй, ниңә ул эште һаман тартып-һуҙалар икән? Һуғыш балаларының үлеп бөткәндәрен көтәләрме икән?
Күрше Ырымбур өлкәһендә был льготалар менән күптәндән ҡулланалар. Барыбыҙ ҙа бер Рәсәйҙә йәшәмәйбеҙме ни ул? Ҡорбанғәли Сөләймәнов яҙыуынса (3 апрель, 2021 йыл, “Юшатыр”ҙың 27-се һаны) был статусты үҙҙәренең муйындарына тағып йөрөһөндәр.
Иҫән саҡта был льготаны күреп буламы, әллә юҡмы?
Ришат ЙОМАҒОЛОВ. Кинйәабыҙ ауылы
Читайте нас