АУЫРТҠАН ЕР
29 Апреля 2021, 03:38

Онотоу

Бабушка 90 лет топит печь брикетом, это в стране, которая обладает большими запасами газа. #Юшатыр#детивойны#победа

Тимербай ауылынан ул был фото. Юшатырға күптән яҡшы таныш инәй. Уҡытыусы булып оҙаҡ йылдар эшләгән, Хоҙай ярҙамы менәндер, ошоғаса йәшкә тиклем еткән. Ни өсөн инәйҙең газы юҡ, ул брикет яғып йылынырға мәжбүр, беҙ ҡасандыр был темаға яҙғайныҡ - онотолған. Беҙ онотҡан бер бәлә, бай илебеҙҙең уны онотоуы икенсе мәсьәлә. Һуғыш балаларымы, эйе, тиҙҙән нисәлер һум аҡса таратырҙар һәм... онотоп торорҙар. Белеүебеҙсә, инәйгә газ ниңә үтмәй, йә өйө рәсмиләштерелмәгән, йә тағы ниндәйҙер әтнәкәһе бар. Беҙҙең ҡарашҡа, идеаллаштырһаҡ, ошолай булырға тейеш ине:
- Инәй, һиңә нисә йәш?
- 90.
- Булды. Бына һиңә буш газ, бына һиңә һуғыш балаһы льготалары.
Бер ниндәй ҡағыҙ, документ, кенәгә кәрәкмәй, 90 йәш тигән һүҙ етте ине. Был идеалда. Тик беҙ идеаль тормоштан бик йыраҡ йәшәйбеҙ.
Был турала материал киләһе һандарҙа булыр.
Читайте нас