Бына нисəнсе йыл Түбəнге Бабалар ҙа клуб бар, лəкин ябыҡ тора. Бер нисə йыл хатта ишеге лə булманы. Кем телəй, шул инеп йөрөнө: кəзəлəр ҙə, һарыҡтар ҙа. Ə, йəштəр ҡайҙа барһындар, урам буйлап йөрөйҙəр ҙə, өйҙəренə ҡайтып китəлəр. Элекке кеүек уйын-көлкөлө шат тауыштар ҙа ишетелмəй. Шулай булғас, йəштəр иштəрен ҡайҙан осратһындар? Элекке кеүек концерттар ҙа, кинолар ҙа булмай, ултыралар телевизор компьютер алдында. Беҙҙең Түбəнге Бабала магазин да бар, лəкин ул əле эшлəй, əле юҡ. Һатыусыһы ла бар, лəкин магазин яғылмағас һыуыҡ (свет менəн яғыу бик ҡиммəткə төшə). Кемдер бəлки əйтер, ə беҙгə магазин нимəгə, тип. Октябрьский яҡын бит, сығаһың да алаһың. Аҡсаларҙы ла шунда ҡалдыраһың. Унда барып ҡайтыр өсөн, ауылдан берəйһен яллап, йə булмаһа такси саҡыртаһың. Лəкин барыһының да таксиға аҡсаһы юҡ. Гел генə унда сығып та булмай: тоҙ, икмəк, шырпы һəм башҡа, көн дə кəрəк əйберҙəр өсөн. Бына шулай һəр кем үҙ көнөн, үҙе күрə. Ҡыҫҡаһы, капитализм. Шулай булғас, ауылдар нишлəп бөтмəһен. Йəштəр нисек ауылда ҡалһын. Халыҡ əйтмешлəй, һайлау яҡынлаша бит, бəлки берəй сара табырҙар, күҙ буярға кəрəк бит, һайлау үткəнсе булһа ла.
Сəлимə ИСКƏНДƏРОВА, Түбəнге Бабалар ауылы