Бындай ялыуҙарға өйрәнеп бөтөлгән, русса әйтһәк, вечный зов. Яңыраҡ хатта депутаттар сессияһында ла өндәшкәндәр, Фроловҡа түгел, ул Мәскәүҙә йөрөп ҡалған (ундағы юлдар нисек иикән?), Астаховҡа: ҡасан булыр ҡалала тәртип? Инде депутаттар ҙа тауыш бирер булғас...
Ялыуҙар яҙыла, яуаптар бирелә:
- Сообщаю, что автомобильную дорогу общего пользования по ул.Шоссейной будем делать в 2021 году. Проведем торги после майских праздников, определим подрядчика и приступим к объемам работ. Ямочный ремонт в данном случае не целесообразен дорожное полотно разрушается. По вопросам ремонта дорог общего пользования вы можете обратиться в отдел ОГХ администрации г.Кумертау, по номеру телефона: +73476143696. С уважением, глава администрации г.Кумертау Олег Фролов.
Тынысландыҡмы? Юҡтыр, Пятки юлы ғына түгел, бөтөн ҡала юлдары ҡот осҡос. Инвесторҙар саҡырып интегәбеҙ (ТОСЭР), был юлдарҙы күрһә, бигерәк тә улар аша үтһә, әҙер инвесторыбыҙ ҙа, артына ла ҡарамай, ҡасыр.