АУЫРТҠАН ЕР
4 Мая 2021, 05:15

Онотоу

Урамдарға сығып йөрөмəгəнемə 10 йыллап барҙыр, аяҡтарым ауырта, ҡапҡа алдына ғына сығып ултырып керəм. Быйылғы ҡышты ҙур ауырлыҡтар менəн саҡ сыҡтым. 2020 йылдың баштарында ауырып дауаханала яттым, һеҙгə газ үткəрер өсөн сертификат бирəбеҙ тигəйнелəр, шуға ышанып көҙҙəн утын һатып алмай ҡалдым. Ярар əле, уҡытыусы булып эшлəгəн замандан ҡалған брикетым һаҡланған, шуны яғып ҡыш сыҡтым. Ауыл халҡы: «Инəй, ул брикетты ҡайҙан алдың?» - тип аптырап һорай. Уныһы һарайҙа ҡарға күмелеп ҡалған, Альбина ҡыҙым көрəп, асып, шуны ташып яҡтыҡ, ике свет менəн эшлəгəн йылытҡысым бар, уларҙы тоҡандырып торҙом, уның өсөн 5 меңлəп аҡса түлəнем.

Яғылған брикеттың көлөн түгеүе үҙе бер бəлə, ныҡ ауырға тура килде. Газ үткəреү өмөтөн өҙмəй, сертификат юллап була тигəс, уның артынан да Альбина ҡыҙым йөрөй. Бар кəрəкле ҡағыҙҙы алып барып тапшырып ҡайта, бер ай самаһы көткəндəн һуң, йə бер нəмəһе юҡ, йə икенсеһе кəрəк тип шылтыраталар, шулай икенсе йыл инде осона сыға алмай йонсойбоҙ. Əле барған һайын аҡса кəрəк бит, бер ҡағыҙҙар өсөн 2 мең түлəгəн инек, аҙаҡҡы барғанында тағы нимəгəлер 6 мең алып ҡалғандар, ике яҡлы йорт булғас, 3 меңде күршеңдəн һорап ал, тигəндəр, нисек инде мин күрəлəтə күршемдəн аҡса таптырып ултырайым...
Тулы материал гәзиттә үткән һанда сыҡты.
Читайте нас