Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
5 Мая 2021, 13:22

Йомшаҡ түшәү

- Булмаҫ. йомшаҡ түшәп, ҡатыға ултырмаҡсылар, имеш, һауаһы таҙа була, фәлән дә төгән. Белгородтан икән инвестор, үләкҫә заводы тураһында матур видеоларын да күрһәтә ти. Үлектән ниндәй тәмле еҫ сыҡһын. Мәләүезгә күркә заводына барып ҡарағыҙ, тонсоғоп үлергә була. Кисә хакимиәттән килгәндәр, белмәй ҙә ҡалдыҡ, сход йыйғандар икән, иртәгә ҡалала ошо завод буйынса йәмәғәт тыңлауҙары, унда ла барабыҙ. Беҙ - ҡаршы. Шәп булғас, урамдарҙы тәртипкә килтерһендәр, бер ҡайҙа ла үтерлек түгел, соҡор ҙа саҡыр. Город опережающего развития.

Алексеевка ауылы янында яңы завод төҙөлә тип хәбәр иттек, шау-шыу бында күп әле, буламы-юҡмы- Хоҙай белә. Ҡала властары, әлбиттә, ҡушҡуллап риза, яңы завод, яңы эш урындары, инвестор, маладис тип, республика ла баштан һыйпар... Тик ауыл халҡы ҡырҡа ҡаршы - һаҫыҡ һауағыҙҙы үҙегеҙ еҫкәп йәшәгеҙ.
- Булмаҫ. йомшаҡ түшәп, ҡатыға ултырмаҡсылар, имеш, һауаһы таҙа була, фәлән дә төгән. Белгородтан икән инвестор, үләкҫә заводы тураһында матур видеоларын да күрһәтә ти. Үлектән ниндәй тәмле еҫ сыҡһын. Мәләүезгә күркә заводына барып ҡарағыҙ, тонсоғоп үлергә була. Кисә хакимиәттән килгәндәр, белмәй ҙә ҡалдыҡ, сход йыйғандар икән, иртәгә ҡалала ошо завод буйынса йәмәғәт тыңлауҙары, унда ла барабыҙ. Беҙ - ҡаршы. Шәп булғас, урамдарҙы тәртипкә килтерһендәр, бер ҡайҙа ла үтерлек түгел, соҡор ҙа саҡыр. Город опережающего развития.
Тулы материал киләһе һандарҙа була.
Читайте нас: