Шулай итеп, гел генә һин, мин уйлағанса килеп сыҡмай бит ул, шулай итәм, былай итәм, фәлән дә төгән тип йөрөйһөң, әммә планыңды ҡайһы саҡ үҙгәртергә тура килә, кемдер райондан килә, кемдер Өфөнән килә, йә иһә Татарстандың мәркәзе Ҡаҙандың үҙенән берәү килә. 29 апрель көнөндә Яҡшымбәт мәҙәниәт йортонда ҙурлап уҙғарылған Йәҙкәр Әхәт улы Бәшировтың "Ҡол Ғәли һәм башҡорт халҡы мәҙәниәте" китабын асыу тантанаһы тураһында һүҙ. 30 апрель көнө спектакль ҡуйырға әҙерләнә инек, реквизитлар ҡуйылып бөтөрөгә лә күп ҡалмаған ине. 23 апрель район мәҙәниәт һарайына саҡырттылар, барғас шуны әйттеләр, һеҙгә Йәҙкәр Бәширов үҙе килә, әҙерләнегеҙ. Шуға спектаклебеҙҙе күсерергә мәжбүр булдыҡ, ҡуйылған реквизитларзы ла алдыҡ, һәм Йәҙкәр ағайыбыҙҙы ҡаршы алырға әҙерләнә башланыҡ. Үҙебеҙгә килгәндә инде, 30 апрель спектакль түгел (сөнки 1 көндә сәхнә эшен бөтөп булмай һәм репетициялар ҙа туҡталды), 1 май көнө концерт ҡуябыҙ тип ҡуйҙыҡ.
29 апрель Юлай Талха улын, Данил Зиннәт улын, Йәҙкәр Әхәт улын һәм Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙын сәк - сәк тә ҡымыҙ, һәм " Йондоҙсоҡтар" өлгөлө бейеү ансамбле ҡыҙҙарының бейеүҙәре менән саф башҡорттарса ҡаршы алдыҡ. Программаны "Ихлас" вокал ансамбленең "Хәйерле көн" йыры менән астыҡ. Алып барыусы һүҙҙәренән һуң, һүҙҙе район Башлығы Юлай Талха улына бирҙек. Артабан Йәҙкәр ағай һүҙҙе үҙе алды, китап тураһында һөйләне, башҡорт халҡы тураһында һөйләне, ни өсөн китап яҙғаны тураһында һөйләне. Тормош иптәше лә йәштәргә (залда туҡһанлап кеше булды, араһында йәштәр ҙә аҙ түгел ине) үҙ һүҙен әйтте, ауылда тороғоҙ, ниңә ситкә китәһегеҙ, ниңә ауылда тороп булмаймы ни? Эхх, әйтеп кенә булмай шул ул, үҙең Ҡаҙанда тороп та, улай әйтеү нисектер ышанысһыҙ кеүек яңғыраны (Атайымдың әйткәне һаман булһа ҡолаҡта сыңлай. Мине күп нимәгә өйрәтте, өҫтәл артында матур һәм тура итеп ултырырға ла. Бер заман киске ашты ашап ултырабыҙ, мин ныҡ бәләкәй түгел, сит кеше юҡ, үҙемә нисек уңай шулай ултырҙым. Мырҙам ҡыйышыраҡ ултыра ине, мин инде үҙем өйрәнгәнде өйрәтергә булдым, тигеҙ һәм тура ултыр. Шул саҡ атайым, һин иң беренсе үҙең тура итеп ултыр, һуңынан өйрәт, ул бит һине ҡабатлай тимәһенме, һәм дауам итте, был осраҡта ғына түгел, гел дә, нимәҙер өйрәтәһең икән, үҙең өлгө булып тор. Һәм был дөрөҫ һүҙҙәр). Ауыл биләмәләре башлыҡтары был мәсьәләне сисергә тырышмай түгел, тырыша, хатта күп көс һала. Әммә лә ләкин, ни генә тиһәк тә, төп сәбәп эштең һирәклегеҙер. Һәм эш биреүсенең Совет заманынан ҡалған "закал"ылыр. Хәҙер улай әрләп эшләтеп булмай күбеһен, бер ниндәй йәш кеше лә үҙен хужанан әрләттереп тормай, юҡ так юҡ, әйтерен әйтә лә башын алып сыға ла китә. Пенсияға өмөт юғалған, ул 10 - 20 меңде таксила ла эшләй, килдем - киттем дә лә эшләй. 3 айға вахтаға барып ҡайтып, 9 ай буйы отпускта ла булыуы ихтимал, бүлһәң урындағы зарплатанан күберәк тә сыға бит. Был осраҡты моғайын, ауыл башлыҡтары ғына түгел, ә "бейектәге" түрәләр хәл итергә тейештер, яҙыусыларҙан әйттереп кенә түгел, ә ысынлап та йәштәрҙә ышаныс тыуҙырып, ярҙам итеп, өйрәтеп, аңлатып. Ауыл биләмәләре башлыҡтарына, аҡса бүлһәләр ҙә була, районға түгел, ә "именно" ауылға. "Йәштәрҙе ауылда ҡалдырыу" программаһы тип тә атарға мөмкин, хәҙер күп бит улар. Артабан ауыл биләмәһе башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов барыһына ла үҙ теләктәрен еткерҙе. Программаның аҙағында ҡурай уйнаныҡ һәм фольклор номеры күрһәттек, Фәнир ағай Малбаев һәм Фирзәүес Тимербулат ҡыҙы түҙмәнеләр, бейергә төштөләр. Афариндар. Иҫәнлек һәм һаулыҡ һәммәбеҙгәлә. Мәҙәниәтебеҙҙе нығытайыҡ, концерттарға йөрөшәйек.
P.s. Йәҙкәр ағай клубыбыҙҙы хуплап бөтмәне. Элекке заманға ҡайтҡан кеүек булды ахыры. Бәҙрәфе лә тышта, ҡул йыуыу урыны ла йеүеш ҡағыҙ ғына. Нишәйбеҙ инде, көтәбеҙ. Заманса булырға тейеш тә, ремонты ла башланырға тейеш, ремонтҡа сметалар ҙа әҙер, суд эштәре бөтмәгән. Кем белә, ҡул йыуыу урыны ғына түгел, бәлки клубтың кабинеттары ла булмаҫ.