Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
19 Мая 2021, 14:57

Көтөү

Завод булманы, бәлә булды был. Ира менән Алексеевка ауылдары араһында төҙөлә тигән биологик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү заводы тураһында һүҙ. Ауылдарҙа сход һымаҡ нәмә үткәрҙеләр, аҙаҡ ҡала хакимиәтенә йыйҙылар - халыҡтың күбеһе барыбер аңламаны: нимәгә кәрәк ул беҙгә үләкһә яға торған завод? Һауаны, һыуҙы бысырата, капитализм заманында инвестор былай ғына килмәҫ, алйоттар бөткән донъялә, әле матур һөйләп, аҙаҡ беҙҙе барыбер ҡаҡ һикелә ҡалдырасаҡ. Видеолары күп, әйткәндәй, Ютубта, илдең төрлө мөйөштәрендә ошондай завод төҙөгәндәр ҙә, хәҙер халыҡ танауын ҡыҫып ултыра, митингыларға сыға.

Завод булманы, бәлә булды был. Ира менән Алексеевка ауылдары араһында төҙөлә тигән биологик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү заводы тураһында һүҙ. Ауылдарҙа сход һымаҡ нәмә үткәрҙеләр, аҙаҡ ҡала хакимиәтенә йыйҙылар - халыҡтың күбеһе барыбер аңламаны: нимәгә кәрәк ул беҙгә үләкһә яға торған завод? Һауаны, һыуҙы бысырата, капитализм заманында инвестор былай ғына килмәҫ, алйоттар бөткән донъялә, әле матур һөйләп, аҙаҡ беҙҙе барыбер ҡаҡ һикелә ҡалдырасаҡ. Был темаға видеолар күп, әйткәндәй, Ютубта, илдең төрлө мөйөштәрендә ошондай завод төҙөгәндәр ҙә, хәҙер халыҡ танауын ҡыҫып ултыра, митингыларға сыға. Властан мәрхәмәт көтә.
Бөгөн был бәхәстең сираттағы алышы булырға тейеш ине, ҡалаға Кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы Зөлфиә Ғайсина килә тинеләр, прокуратураға. Халыҡ йыйылды, тик барыһы ла бушҡа булды, береһен дә бер ҡайҙа ла керетмәнеләр. Зөлфиә Риф ҡыҙы килмәгән. Прокуратура янында халыҡ тапанып торҙо, бар ҡайтығыҙ йәки көтөгөҙ тигән кеше лә юҡ. Кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченыйҙың телефонына ла шылтыратты кемеһелер- З. Ғайсина прокураткура эсендә шәхси ҡабул иткән кешегә (прокурор урынбаҫары тинеләр, Өфөнәндер уныһы), прокурорға нимә тип әйтәйем тип кенә яуырын һикертте. Ахырҙа, халыҡ асыуын ҡайҙа сығарырға белмәгәндәй, беҙ барыбер былай ғына ҡалдырмайбыҙ, беҙ һарыҡ көтөүе түгел, тиеште. Сираттағы бәхәс ҡайҙа булыр - көтәбеҙ.
Читайте нас: