АУЫРТҠАН ЕР
26 Мая 2021, 04:22

Илкәнәйҙә - тимер юл бәләһе

Илкәнәй ауыл башлығы вазифаһына кем ултырһа ла ризаһыҙлыҡ белдерә: ул беҙҙең ергә инмәй, ниңә миңә кеше бәләһе, үҙемдеке баштан ашҡан. Күмертау ере ул - кадастр картаһын ҡарағыҙ. Тик, күпме мыжыма, барыбер илкәнәйҙәргә күнәк-көрәк тотоп сығырға тура килә - минеке түгел тип ултырһаң, йортоңа ла ут ҡабыр, тәүбә-тәүбә.

Йәй етһә, һәр кемдең үҙ мәшәҡәте. Улар бер береһенә оҡшаш. Илкәнәйҙәрҙең генә бер бәләһе башҡаларҙыҡынан айырыла. Ауыл биләмәһе аша тимер юл үтә, Куйбышев тимер юлдары. Йыл да ошо юл эргәһендә ут сыға (Морапталдар ҙа был пробелма бар, әйткәндәй). Поезд үткәндә осҡон барлыҡҡа килеп ҡабынамы, кемдер тәмәкеһен ырғытамы- сәбәптәре хатта мөһим дә түгел - янғынды кем һүндерергә тейеш шуныһы мөһим. Илкәнәй ауыл башлығы вазифаһына кем ултырһа ла ризаһыҙлыҡ белдерә: ул беҙҙең ергә инмәй (һүҙ Егорьевка ауылы яны тураһында бара), ниңә миңә кеше бәләһе, үҙемдеке баштан ашҡан. Күмертау ере ул - кадастр картаһын ҡарағыҙ.
Тик, күпме мыжыма, барыбер илкәнәйҙәргә күнәк-көрәк тотоп сығырға тура килә - минеке түгел тип ултырһаң, йортоңа ла ут ҡабыр, тәүбә-тәүбә.
Быйыл да ут сыҡҡан (аҫтараҡ яҙҙыҡ), Быйыл да илкәнәйҙәр уны һүндерергә, ҡарауларға мәжбүр.
Был турала материал киләһе һандарҙа тәфсирләберәк яҙылыр.
Читайте нас